Ҡатын-ҡыҙ матурлығы һәм һаулығы һәр саҡ хәстәрлек, үҙенә талапсан мөнәсәбәт талап итә. Сәләмәтлеккә битараф ҡараш организмдың тиҙерәк ҡаҡшауына, туҙыуына килтерә. Һәр саҡ формала булыу өсөн нимәне иғтибар үҙәгендә тоторға кәрәк? Бер нисә кәңәште ҡарап үтәйек.
Даими һәм дөрөҫ ял - һаулыҡтың нигеҙе. Тәүлегенә ете сәғәттән дә кәм булмаған тәрән йоҡо организмдың тулыһынса тергеҙелеүе өсөн бик кәрәк.
Һәр кис өйгә ҡайтҡас, тирене косметик сараларҙан таҙартыу - мотлаҡ ғәмәл. Ни тиклем арыған булһағыҙ ҙа, был эште - тирене таҙартыу, тон биреү, дымландырыуҙы - теүәл үтәргә кәрәк.
Дөрөҫ туҡланыу - һаулыҡҡа һәм матурлыҡҡа асҡыстарҙың береһе. Фастфуд, ҡыҙҙырылған, ыҫланған, консерваланған аҙыҡ-түлектең файҙаһыҙ, улай ғына ла түгел, ниндәйҙер миҡдарҙа зыянлы икәнлеге билдәле. Улар урынын йәшелсә-емеш, ярмалар, ҡуҙаҡлылар, сәтләүектәр, балыҡ, диетик ит алырға тейеш.
Спиртлы эсемлек эсеү, тәмәке тартыу - ғөмүмән, һаулыҡҡа зыян ғына килтерә торған яман ғәҙәттәргә бирелмәҫкә, булған хәлдә, ҡотолорға кәрәк.
Үҙегеҙҙе ваҡ-төйәк хәстәрҙәр, ҡылыҡтар, бүләктәр менән ҡыуандырып тороғоҙ. Бәхет шул бәләкәс өлөштәрҙән йыйылғанын онотмағыҙ.
Иртән ығы-зығыға бирелмәҫ өсөн кәрәкле әйберҙе кистән хәстәрләп ҡуйыу хәйерле - ҡуҙғымау, көйәләнмәү - тыныслыҡтың, тимәк, һаулыҡтың нигеҙе.
Тормошҡа һәр саҡ яратып бағыу һәм ыңғай тойғолар менән йәшәү ҙә сәләмәтлекте нығыта ғына. Кире хистәр кешене эстән емерә, шулай уҡ насар хәл-ваҡиғаларҙы үҙенә тарта.
Ыңғай хис-тойғолар менән байытырлыҡ әүҙем физик һәм социаль тормош алып барыу ҙа - һаулыҡҡа табан ҙур аҙым ул. Ә сәләмәтлек - бәхет нигеҙе.
Фото: blackpantera.ru