Хәҙер кибет кәштәләрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ! Мәҫәлән, элек төшкә лә инмәгән көньяҡ емештәрен хәҙер һәр ерҙә һатып алырға мөмкин.
Шундай файҙалы емештәрҙең береһе – инжир тураһында һөйләп үтәйек. Ул витаминдарға һәм минералдарға ныҡ бай (калий, кальций, магний, фосфор, А, С, В төркөмө витаминдары һ.б.). Киптерелгән төрөндә шәкәр миҡдары арта.
Инжир бөйөр, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Һалҡын тейгәндә, ангина, теш ҡаҙнаһы боҙолғанда, тын юлдары сирҙәрендә лә файҙалы, юғары тән температураһын кәметә ала. Составында калий күп булыуы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүҙә ярҙам итә, организмды насар холестериндан таҙарта. Ҡан баҫымы юғары булған, вена тамырҙары сирҙәре менән ыҙалаған кешеләргә даими ашарға тәҡдим ителә. Ҡанды шыйығайтыуға, тромбтарҙы тарҡатыуға һәләтле. Тағы ла ул – эс ҡатыуҙан шәп сара.
Әммә файҙалы сифаттары күп булыу менән бер рәттән инжирҙы ҡулланыуҙа иҫкәрмәләр, сикләүҙәр ҙә бар. Шәкәр диабеты булған осраҡта бөтөнләй ярамай. Эсәктәр елһенгәндә, подагра сирендә ҡулланыуҙы сикләргә. Кипкән инжир һимеҙлектән йонсоған кешеләргә кәңәш ителмәй.
Фото: pediatrinfo.ru