Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә медицина ярҙамының сифатын күтәреү һәм уны арзанайтыу мәсьәләләре тикшерелде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, тармаҡтың беренсел звеноһын яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә 2022 йылда Бөрөлә һәм Саҡмағошта поликлиникалар төҙөлгән, һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Бынан тыш, 18 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән һәм авария хәлендәге 55 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңы модулле объекттарға алмаштырғандар.
"Йыл аҙағына тиклем Өфөнөң Затон биҫтәһендә 9-сы поликлиниканы һәм Иҫке Туймазы (Туймазы районы), Дөмәй (Илеш районы) ауылдарында ауыл табип амбулаторияларын төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ", – тине Айрат Рәхмәтуллин.
2022 йылда республикала төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өс меңгә яҡын берәмек төрлө ҡорамал һәм 90 автомобиль һатып алынды, тине министр.
Бынан тыш, Башҡортостанда һаҡсыл етештереү ҡоралдарын файҙаланып “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Быйыл 93 медицина ойошмаһы эшмәкәрлегенә яңылыҡ индерелгән. Республика шулай уҡ табипҡа яҙылыу процесын оптималләштереү буйынса федераль проектта ҡатнаша.
Доклад аҙағында Айрат Рәхмәтуллин, 2022 йылдың 1 ноябренән төбәктә һигеҙ муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе асылды, тип хәбәр итте. Ә 1 декабрҙән туғыҙынсы – Үҙәк муниципаль-ара бүлексә эшләй башлаясаҡ. Бындай берләшмә саҡырыуҙарға сыҡҡан бригадаларҙың реакцияһын тиҙләтергә мөмкинлек бирә.
Һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәле эшләүе өсөн халыҡ менән кире бәйләнеш бик мөһим, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Беҙ беренсел медицина ярҙамы звеноһы системаһын үҫтерәбеҙ – техника һатып алабыҙ, поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөйбөҙ. Әлегә тиклем тармаҡҡа бындай ҙур средстволар һалынғаны юҡ ине, – тине Радий Хәбиров. – Әммә әүәлгесә күптәр табипҡа эләгә алмай. Хәл-торош үҙәгенә ошо тема буйынса меңдәрсә шылтыратыу килә. Муниципалитет хакимиәттәренә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарыу, уларҙы сәләмәтлек темаһы буйынса борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.