Һуңғы айҙа коронавирус буйынса үҫеш бар. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Үҫеш бер процент самаһы.
Министр мәғлүмәте буйынса, республикала коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты - 1,0 балл, илдә 1,1 балл тәшкил иткән.
Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә яңы коронавирус инфекцияһынан дауалау өсөн 390 урын әҙерләнгән, буш койка фонды 20 процент тәшкил итә.
3 272 641 кеше вакцина һалдырған, 956 850 кеше (67 процент) ревакцинация үткән.
Фото: "Республика Башкортостан".