Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Илнур Хәкимйәнов яҡташтары өсөн һөйөнөслө хәбәр еткерҙе: дауаханала тәү тапҡыр дауалау массажы, һөлөктәр менән дауалау (гирудотерапия) һәм озонотерапия буйынса кабинеттар асылған. “Процедуралар түләүле, көн һайын сәғәт 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр”, - тип яҙа “Салауат ерендә” гәзите хәбәрсеһе Шамил Әхмәтшин.
Озон менән дауалау өсөн махсус ҡорамал алынған һәм урынлаштырылған. Дауахананы шулай уҡ тере һөлөктәр үҙ иткән, улар ғәҙәтb өс литрлыҡ банкаларҙа йәшәй.
Гирудотерапия — һөлөк менән дауалау. Һөлөк кешенең “насар” ҡанын һурып сығара. Тәнгә йәбешеп, капиллярҙағы ҡанды ағыҙып, тамырҙарҙағы ҡан йөрөшөн көсәйтеүе мөмкин. Ҡанға шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыусы һәм сиргә ҡаршы тәьҫир итеүсе матдәләр эләгә. Һөҙөмтәлә дөйөм ҡан әйләнеше яҡшыра, тромбоздар ихтималлығы кәмей, шештәр ҡайта.
Яңы хеҙмәттәр дауахананың көндөҙгө стационар бинаһында күрһәтелә. Табиптар бөтә мәғлүмәт менән һеҙҙе таныштырасаҡ.
Фото:liveinternet.ru