1. Организмын яҡшылап таҙартырға, тиреһен шымартырға, сәс, тырнағын нығытырға, бер аҙ ябығырға теләгәндәргә көн дә иртән ас ҡарынға бер ҡалаҡ етен орлоғон ентекләп сәйнәп ашарға кәңәш ителә. Аҙағынан бер стакан йылы һыу эсеп ҡуйырға кәрәк. Ярты сәғәттән һуң - иртәнге аш.
2. Көн дә бешкән сөгөлдөрҙән салат ашарға тырышығыҙ. Уны иртән дә, кис тә рационға индерергә мөмкин. Шулай иткәндә, ҡан таҙарына, тимәк, тышҡы ҡиәфәткә лә сәләмәт төҫ инә. Эске ағзаларҙың эшмәкәрлеге көйләнә.
3. Көн дә илле грамм тирәһе сәтләүек ашау файҙалы. Ниндәйе оҡшай - шуныһын һайлағыҙ. Сәс һәм тырнаҡтар ныҡ булыр.
4. Өс көнгә бер сәскә гәрсисле битлек - уны йылы һыуҙа иҙеп, үҫемлек майы, бал йәки шәкәр ҡушып әҙерләйҙәр - эшләү яҡшы. Уны башта 20-30 минут тотҡас, йыуып төшөрөргә. Был маска сәсте нығыта, ҡабарта, аҡ сәстәрҙе бер аҙ буяй.
5. Сәсте бер литр һыуға биш тамсы ментол майы ҡушып сайҡатырға була: баш еңеләйеп, ауыртыуы баҫылып китә, ҡауаҡты бөтөрә, сәс майлы икән - нормалләштерә.
6. Тән тиреһе лә даими хәстәрлек талап итә. Бер стакан ваҡ диңгеҙ тоҙона (ябайы ла бара) юғары майлылыҡтағы бер стакан ҡаймаҡ ҡушып, йыуынғандан һуң тән тиреһенә йыуғыс бейәләй ярҙамында ышҡып һөртөргә була. Тоҙ ҡатҡан тире киҫәктәренән арындырһа, ҡаймаҡ тирене туҡландыра, тоҙҙоң һыҙырыуынан һаҡлай.
7. Аяҡтар матур булһын өсөн йоҡларға ятыр алдынан табанға бөтнөк майы ҡушылған бүтән төрлө май, махсус крем, вазелин, ҡаҙ майы һ.б. һылап, тышынан тәбиғи туҡыманан ойоҡбаш кейеп йоҡлауҙы ғәҙәт итегеҙ. Ыңғай һәм матур һөҙөмтәһе тиҙ үк ҡыуандырыр.
Фото: aliya.ru