Ғүмер өсөн көрәш барғанда һәр минут ҡәҙерле. Көн һайын вертолеттарҙың ауыр сирлеләрҙе республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән баш ҡала дауаханаларына ашығыс рәүештә килтереүе, белгестәрҙең райондарҙағы хеҙмәттәштәренә ҡатмарлы осраҡтарҙа ярҙамға осоуы тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Был юлы санитар авиация бала тапҡанда ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған ҡатынды ҡотҡарҙы.
Вирус арҡаһында етди өҙлөгөүҙәр башланған әсәне реанимацияға күсерәләр, аҙаҡ ул комаға китә. Йөклөлөк ваҡытында ҡатын бактериаль пневмония йоҡтора, тик ул сиргә әһәмиәт бирмәй, дауаханаға мөрәжәғәт итмәй. Бала тапҡанда инфекция өҙлөгөүгә килтерә, әсәнең бөтә эске ағзалары тиерлек эшмәкәрлектәрен туҡтата. Барыһынан да бигерәк йөрәккә көс төшә. Консилиум йыйыла. Октябрьский ҡалаһынан Руфинаны Республика кардиология үҙәгенә санитар авиация ярҙамында илтергә ҡарар итәләр.
“Реанимация бригадаһы кардиология үҙәгенә килтергәс, пациент өс көн буйына үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған көйө йәшәй. Табиптар ҡатындың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көн-төн көрәшә. Кардиология үҙәге, перинаталь үҙәк, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахана белгестәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Академик В.И.Кулаков исемендәге Милли медицина тикшеренеү акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәге һәм В.А.Алмазов исемендәге Милли медицина тикшеренеү үҙәге белгестәре шулай уҡ кәңәштәре менән ярҙамлашты. Октябрьский перинаталь үҙәге табиптары ярҙамы менән гипоксияға дусар сабыйҙың да ғүмере ҡотҡарылды”,– тип аңлатты Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, һәр ағза эшмәкәрлеген айырым тергеҙергә тура килә, кардиологияла ҡулланылған мөһим препараттарҙы файҙаланыу мөмкин булмай, бактерияларға ҡаршы ҡеүәтле терапияны ҡулланырға тура килгән. Тик өсөнсө көнгә генә дарыуҙар дозаһын кәметеү мөмкинлеге тыуа.
“Йәш әсәне һауыҡтырыу өсөн дүрт дауахана коллективы менән көрәштек. Видеобәйләнеш аша федераль үҙәктәр белгестәре консультация бирҙе. Бындай ҡатмарлы осраҡтарҙан һуң пациенттар бер туғаныңа әүерелә”, – ти табиптар.
Белгестәр әйтеүенсә, ваҡытында медицина ярҙамын алыу ауыр эҙемтәләргә юлыҡмаҫҡа ярҙам итер ине. Йөклө ҡатындар үҙҙәрендә киҫкен респиратор вируслы сирҙәр билдәләре күренеү менән мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә тейеш. Әле Руфинаның һаулығына хәүеф менән янаған бер сәбәп тә юҡ. Тик оҙайлы реабилитация курсы үтергә тура киләсәк. Әсәгә ҡыҙын тәүҙә видеобәйләнеш аша ғына күреү бәхете тейә, хәҙер инде ул Самираны өйҙә ҡосаҡлап ярата ала. Ғаиләгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.