Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2022, 17:31

Дарыу кәнфит түгел!

diagnoslab.com
Фото:diagnoslab.com

Дарыуҙың ауырыуҙы һауыҡтырыуы ла, ағыулауы ла ихтимал. Барыбыҙға ла яҡшы таныш, һәр кемдең өйөндә һаҡланған парацетамолды файҙалана белмәү арҡаһында һаулығына зарар килтергән кешеләр ҙә йыш осрап тора, тип иҫкәртә табиптар.

Парацетамол тән масса­һының бер килограмына 10-15 миллиграмм иҫәбенән тәғәйенләнә. Өлкәндәр уны 10 грамдан артығыраҡ дозала эсһә йәки бер юлы 140 мг/кг дозала ҡулланһа, кешенең ағыуланыуы ихтимал.

Препараттың 20 проценты эсәклектең тышсаһында тарҡала, ә ҡалған өлөшө – бауырҙа. Билдәле, бауырҙа бер ни тиклем ағыулы берләшмәләр хасил була. Дозаны арттырыуҙың бауырға зыян килтереү ихтималлығы көслө. Самаһыҙ тотонғанда бер нисә көн үткәндән һуң ауырыуҙың һәләк булыуы ла мөмкин.

Ибупрофен да йыш файҙаланылған дарыуҙарҙың береһе. Уның дауалау дозаһы – тән массаһы килограмына 8-10 миллиграмм. Дозаны арттырыуҙың ашҡаҙан йәки эсәклектең лайлалы тиресәһенә зарар килтереүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уны  дөрөҫ ҡулланмау, үҙ белдегең менән эсеү насар тамамлана, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Әгәр температураны төшөрә алмаһағыҙ, ибупрофен һәм парацетамол препараттарын аралаштырып эсегеҙ, ти табиптар. Һәр препараттың иң ҙур тәүлек дозаһы инструкцияла билдәләнә, дарыуҙы эсеү алдынан мотлаҡ уны уҡып сығығыҙ, иғтибарлы булығыҙ! Ә анальгин 15 йәшкә тиклемге балаларға ярамай. Өлкәндәр уны ҡулланыуҙың дозаһын арттырғанда (10–15 грамм), бауыр некрозы башланыуы ихтимал, тип иҫкәртә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: