Өфөләге Республика кардиология үҙәгендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугиренә ашығыс рәүештә операция яһанылар. Хәҙер хәрби хеҙмәткәрҙең хәле яҡшырған. Был хаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ултырышында Башҡортостан хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғәмәтйәнов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең яҡташыбыҙ Новочеркасск ҡалаһында хәрби-табиплыҡ комиссияһын үткән. Унда табиптар егеттең йөрәгендә тайпылыш булыуын асыҡлаған һәм холтер менән тәүлек мониторингы үткәрергә тәҡдим иткән. Хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһы ярҙамында уға беҙҙең республика кардиология үҙәгендә медицина тикшереүе үтеүҙе хәл иткәндәр. Баҡһаң, йөрәккә операция эшләү талап ителгән булған.
“Яҡташыбыҙҙы үҙәктең баш табибы Ирина Евгеньевна үҙе ҡабул итте. Кисекмәҫтән операция эшләү кәрәклеге аңлатылды. Кардиохирургтар эштәрен уңышлы атҡарып сыҡты. Егеттең хәле яҡшырыуға бара”, - тине Әлфит Ниғәмәтйәнов.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.