Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2022, 17:32

Тоҙламай ғына ашағыҙ...

felsider.ru
Фото:felsider.ru

Табип-диетолог, эндокринолог Наталья Лазуренко “Мәскәү-24” каналында барыбыҙ өсөн дә яҡшы таныш йәшелсәләрҙең юғары ҡан баҫымын көйләй алыуы тураһында һөйләне.

Был мөғжизәле йәшелсәләрҙең береһе – ҡыяр. Гипертонияға дусар кешеләргә был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк, ти белгес, сөнки уның составында ҡан тамырҙарына ыңғай тәьҫир иткән микроэлементтарҙың күп миҡдарҙа булыуы билдәле. Белгес фекеренсә, йәшелсәлә калий һәм натрий ҙа тейешле кимәлдә, тик уны тоҙламай ашарға кәрәк. “Әгәр ҡыярҙы ҡырҡып тоҙлаһағыҙ, натрий миҡдары арта, организм ҡан баҫымынан һәм тамыр сирҙәренән  тейешенсә яҡланмаясаҡ”, – тип аңлата табип.

Юғары ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә помидор ашау ҙа файҙалы, сөнки унда ликопин бар. Ә ул организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшыр­тыу һәләтенә эйә, тип раҫлай белгес.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: