Күптән түгел Учалынан юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән 33 йәшлек Гөлнара Басирова тураһында яҙғайныҡ. Былтыр май айында ул ултырған еңел автомобиль юлдан ситкә осоп түңкәрелгәйне. Ҡатын бик күп йәрәхәттәр алып, атлап йөрөүҙән мәхрүм ҡалғайны.
Байтаҡ операциялар үткәреп тә аяҡҡа баҫа алмай, йәшәүҙән дә төңөлөп бөткән саҡтары булһа ла, Гөлнараның реабилитацияларҙан һуң үҙенә лә, табиптарға ла ышанысы артып, киләсәктә хәрәкәтләнә башларына өмөтө уяна.
8 ноябрҙә ул социаль селтәрҙә миһырбанлы кешеләрҙән матди ярҙам һорап яҙа. Мәскәү ҡалаһындағы реабилитация үҙәгендә дауаланыр өсөн 600 мең һумға яҡын аҡса талап ителә.
Мөғжизә бар икән, һанаулы көндәр эсендә 430 мең һум тирәһе йыйылған. Ҡалғанын ата-әсәһе, ғаилә ағзалары үҙҙәренән өҫтәп, бөгөн ҡатын баш ҡалаға осоп китте. Ул бөтә ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәтен белдергән.
Яҡташыбыҙға юлының уңыуын, яҡшы табиптар осрауын, сәләмәтлек теләйбеҙ! Уны өйҙә 10 йәшлек улы көтә.
Ә юл хәрәкәте ҡатнашыусыларын ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә - водителдәргә иғтибарлы булырға, һауа торошон иҫәпкә алып сәфәргә сығырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефле уҙып китеү маневрҙары яһамаҫҡа, эскән килеш рулгә ултырмаҫҡа, йәйәүлеләргә юлды билдәләнгән урындарҙа, светофорҙың рөхсәт ителгән утына ғына сығырға, ул булмаған ерҙәрҙә транспорт сараларының тулыһынса туҡтағанына инанғас ҡына хәрәкәт итә башларға, юл ситтәренән барғанда һаҡ булырға, яҡтыртҡыс элементтар булған кейем кейергә саҡырабыҙ.
Фото: https://vk.com/basyrova89