Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Декабрь 2022, 20:00

238 килограмға ябыҡҡан кешене күргегеҙ киләме?

Иренә ҡатындың ябығыуы оҡшамай һәм ул гел уны зыянлы бургер йәки торт менән һыйларға тырыша...  Ә һеҙ нисә килограмға тиклем ябыға алғанығыҙ булды? Бәлки, уртаҡлашырһығыҙ? 

238 килограмға ябыҡҡан кешене күргегеҙ киләме?
238 килограмға ябыҡҡан кешене күргегеҙ киләме?

Һуңғы йылдарҙа артыҡ тән ауырлығы менән йонсоған кешеләр артты. Артығын ашау, стресс, гормональ үҙгәрештәр бының сәбәбе. Һимереү еңел, әлбиттә, ә бына киренән ябығып, элекке формаға ҡайтыу бик ауыр. Һеҙгә ошондай кешеләрҙең береһе тураһында һөйләмәксебеҙ.

Был ҡатындың исеме Кристина Филлипс. Ул АҠШ-тан. Үҙенә 21 генә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул 321 килограмм ауырлыҡҡа тиклем етә.

Тән ауырлығының 300 килограмдан ашыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, бындай кешеләргә үлем янай. Шуға күрә Кристина ла үҙен ҡулға алырға була. Уға ябығырға TLC каналында барған “Минең ауырлығым 300 килограмм” тапшырыуы ярҙамға килә. Шоуҙа ҡатнашыусыларға ҡаты шарт ҡуйыла: тәүҙә ул үҙенең ысынлап та ябырға теләүен дәлилләргә һәм үҙаллы ябығырға тейеш. Йәшәргә теләгән Кристана 80 килограмм ауырлығынан ҡотола ала һәм уны проектҡа алалар. Һөҙөмтәлә ҡыҙға операция яһала, аҙаҡ ул диета һәм спорт күнекмәләре ярҙамында 238 килограммаға ябыға. Хирургтар уның артыҡ тиреһен дә ҡырҡып ташлай.

Йәшәү рәүешен үҙгәрткән ҡыҙға ире менән дә айырылышырға тура килә, сөнки уға ҡатынының ябығыуы оҡшамай һәм гел уны зыянлы бургер йәки торт менән һыйларға тырыша.

Бөгөн ҡатын - ике бала әсәһе. Ул яңынан кейәүгә сыҡҡан һәм бәхетле йәшәй. Әле уның ауырлығы 83 килограмм һәм ул ябығыуын дауам итә.

Ә һеҙ нисә килограмға тиклем ябыға алғанығыҙ булды? Бәлки, уртаҡлашырһығыҙ?

Фото: floaredetei.ro

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: