Был сараны аҙнаһына бер ҡулланып торғанда, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдороп ҡына ҡалмай, шулай уҡ аш һеңдереү юлының эшмәкәрлеген яҡшыртып, эсәклектәге кәрәкмәгән ҡалдыҡтарҙан да арындыра.
Шифалы эсемлекте әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ һоло яҫмығы ("Геркулес"), шул сама кипкән ҡара слива һәм эре итеп ҡырылған бешмәгән сөгөлдөр алына.
Быларҙың барыһын да бәләкәй кәстрүлгә һалып, өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡойорға. Һүрән утта 15 минут ҡайнатҡас, һыуын һөҙөп алырға. Кеҫәлде йоҡларҙан ике сәғәт алдан теләгәнсә эсергә була. Был ваҡытта бауыр яғына йылытҡыс ҡуйырға ла мөмкин.
Ә ҡуйыһын иртәнге аш урынына ашарға кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр ошо кеҫәл менән генә туҡланып, таҙарынып алыу бик файҙалы.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото:курорт-усолье.рф