Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Декабрь 2022, 13:00

Коронавирус кәмей, грипп арта

Ә һеҙ прививка яһаттығыҙмы? 

Коронавирус кәмей, грипп арта
Коронавирус кәмей, грипп арта

Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп менән сирләү осраҡтары арта. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Уның белдереүенсә, эпидемиологик миҙгел башланыуы менән сирҙе 337282 кеше йоҡторған. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 16 процентҡа күберәк.

Әлеге ваҡытта республикаға гриппҡа ҡаршы 1896230 доза вакцина килгән, ул тулыһынса тиерлек файҙаланылған.

Коронавирус инфекцияһына килгәндә, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 5 декабргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты - 0,9, Рәсәйҙә 1,0 балл тәшкил иткән.

Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 150 осрағы теркәлгән. 206 пациент стационарҙа (һуңғы тәүлектә 33 кеше өҫтәлгән), ә 1 846 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана (тәүлегенә 117).

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 30 көндә сирҙең кимәле 51 процентҡа кәмегән. Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә яңы коронавирус инфекцияһынан дауалау өсөн 390 урын әҙерләнгән, буш урындар – 21 процент тәшкил итә.

3 288 317 кеше вакцинаны тулыһынса һалдырған, 961 731 кеше (67,4 процент) ревакцинацияланған.

Фото: erm-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: