Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2022, 23:00

Балағыҙ йүткерә башлаһа...

Дауалау өсөн ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ. 

Балағыҙ йүткерә башлаһа...
Балағыҙ йүткерә башлаһа...

Балалар һыуыҡ үткәреп йүткерә башлағас уҡ ҡул аҫтында булған аҙыҡ-түлекте файҙаланып дауаларға була. Шулай ҙа был турала табип менән кәңәшләшергә лә онотмаҫҡа кәрәк.

* Бер картуф, бер баш һуған, бер алманы бер литр һыуҙа талғын утта бешерәбеҙ. Һыу ике тапҡырға кәмегәнсе ҡайнатырға кәрәк. Төнәтмәһен йылы килеш тәүлегенә өс-дүрт тапҡыр берәр балғалаҡлап ҡына эсерергә. Был - йүткеректе баҫыу өсөн бик һөҙөмтәле алым.

* Кәбеҫтәнең яңы һығылған һутына 1:1 нисбәтендә шәкәр ҡушып болғатып эсерергә - йүткеректе йомшартыу өсөн файҙалы. Шәкәр урынына бал ҡулланырға ла була.

* Бер ҡалаҡ ваҡланған ҡарағай тубырсығын бер стакан һыуҙа ҡайнатҡас, 30 минут ултыртып торорға, шунан һөҙөргә. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр бер-ике ҡалаҡлап эсерергә.

* Бал менән зәйтүн майын (йылы булһын) бер нисбәттә алып, яҡшылап болғатҡас, балаларға көнөнә өс-дүрт тапҡыр балғалаҡлап ҡына ҡаптырырға. Был дауа быума йүтәл булғанда ла ыңғай һөҙөмтә бирә.

* Бер лимонды ҡабығы менән ун минут ҡайнатырға. Шунан алып һыуытып, тышын әрсергә, һутын һығып алырға. Уға ике ҡалаҡ глицерин һәм бал өҫтәргә. Массаны ентекләп болғатҡас, ашарҙан бер сәғәт алдан балғалаҡлап ҡына эсерергә. Шәбәйтеү өсөн дауаны көнөнә ике-өстө ҡабатларға кәрәк. Был эсемлек үпкәне яҡшы таҙарта.

Әйткәндәй, был саралар ололарға ла килешә, тик бирелгән күләмде ике-өс тапҡырға арттырырға кәрәк.

Фото: fedoskinolife.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в