Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2022, 17:50

Кластар, төркөмдәр карантинға ябыламы? Битлек кейергәме?

Ошо һәм башҡалар тураһында – түбәндәге яҙмала.

Кластар, төркөмдәр карантинға ябыламы? Битлек кейергәме?
Кластар, төркөмдәр карантинға ябыламы? Битлек кейергәме?

Бөгөн һәммәһен дә тиерлек коронавирус, грипп, киҫкен респиратор сирҙәр менән бәйле хәл борсой. Илдең, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, “Роспотребнадзор” халыҡҡа вакцинация үтергә өндәй. Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамы бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина яуап бирҙе.

Республикала грипп, киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләү осраҡтары арта, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

Бер аҙна эсендә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны 47 процентҡа күбәйгән. 14 кешенең грипп менән ауырыуы асыҡланған һәм был лаборатория тикшереүе менән раҫланған. Уларҙың бишәүһе – Өфө ҡалаһынан, ҡалғандары – республиканың башҡа төбәктәренән.

Үрҙә әйтелгән сирҙәрҙән ауырыусылар һанының иң ҙур күрһәткесе ғинуар аҙағында – февралдә булыр, тип күҙаллана. Ошо ваҡытҡа тиклем иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн декабрь аҙағына тиклем прививка яһатырға кәрәк.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн республикала мотлаҡ битлек режимын индереү өсөн нигеҙ юҡ, тик йәмәғәтселек урындарында үҙеңдең һәм башҡаларҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн битлек кейеү кәңәш ителә. “Короновирус инфекцияһы һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләү буйынса мониторинг алып барыла. Хәл ҡәтғиләнһә, мотлаҡ битлек режимының ғәмәлгә индерелеүе мөмкин”, - тине Анна Казак. Ул шулай уҡ предприятие-ойошмалар етәкселәренә, бүлектәр йәки бүлексәләр менән тотошлай сирләүселәр асыҡланһа, коллектита битлек режимын индереүҙе кәңәш итте. Ә бына медицина ойошмаларында иһә битлек кейеү мотлаҡ.

Мәктәптәрҙәге кластарға, балалар баҡсаларындағы төркөмдәргә килгәндә, сирләү кимәле 20 процентҡа етһә, карантинға ябыла. Ә был хаҡтағы ҡарар белем биреү ойошмаһы етәкселеге тарафынан ҡабул ителә. Әйткәндәй, грипп менән сирләүселәрҙең 50 проценты – 14 йәшкә тиклемге балалар. Белгестәр тәҡдим итеүенсә, ауырыуҙың тәүге билдәләре асыҡланғас уҡ табипҡа мөржәғәт итергә һәм коллектив сараларға йөрөмәҫкә кәрәк.

Яңы йыл байрамына килгәндә, улар грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияға ҡаршы сикләүҙәрһеҙ үтәсәк, тип әйтелде матбуғат сараһында. Закондар һәм санитар ҡағиҙәләр киҫкен респиратор сирҙәр артҡан ваҡытта күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы тыймай. Әммә сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларын теүәл үтәү, биналарҙы елләтеү, дезинфекциялау, мөмкин булһа, сараны асыҡ һауала үткәреү кәңәш ителде.

Һәммәбеҙ белеүенсә, сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү, бының өсөн табиптар кәңәштәрен теүәл үтәү зарур. Һәр кемдең сәләмәтлеге – үҙ ҡулында. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: