Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында, шулай уҡ мобиль ҡушымтала уңайлы ваҡытта граждандар үҙҙәренең электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары тураһында мәғлүмәттәрҙе аныҡлай һәм кәрәк булған осраҡта уларҙы эш биреүсегә хәбәр итә ала.
Хеҙмәткәргә медицина ойошмаһында теркәгәндән һуң эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының номерын хәтерҙә ҡалдырырға йәки яҙҙырырға кәрәкмәй, ундағы мәғлүмәттәр һәр ваҡыт ҡул аҫтында була һәм юғалмай.
Шәхси кабинетта эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының номеры, медицина ойошмаһы, документ биргән табип, эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро, шулай уҡ ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләнгәнме, юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт бар.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм мобиль ҡушымтала электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, оҙайтыу, ябыу һәм уға бәйле башҡа үҙгәрештәр тураһында автоматик рәүештә белдереү ҡағыҙҙары килә.
Сервис Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы булған граждандар өсөн асыҡ, шулай уҡ пациенттың “Минең сәләмәтлегем” шәхси кабинетында йәки https://eln.gosuslugi.ru/ һылтанмаһы буйынса күрһәтелә. Шуныһы мөһим - иҫәп яҙмаһына мотлаҡ медицина страховкаһы полисы мәғлүмәттәрен дөрөҫ индерергә һәм һаҡларға кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты.