Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2022, 10:30

Быйылғыһы “яуызыраҡ”, ти етәксе

Сусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтә, сәләмәтлеге ҡаҡшаған ауырыуҙар араһында үлем осраҡтары ла аҙ түгел

Быйылғыһы “яуызыраҡ”, ти етәксе
Быйылғыһы “яуызыраҡ”, ти етәксе

Рәсәйгә быйыл киҙеүҙең сәләмәтлеккә етди зыян килтерә торған варианты килде. Был хаҡта “Рәсәй 1” телеканалы эфирында “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, был вариант  – 2009 йылдағы пандемияның   А(HINI) киҙеү вирусы. Тап ошо ваҡытта ул  үҙен тәү тапҡыр ныҡ таралыу ҡеүәтенә эйә булған киҙеү итеп күрһәтте һәм пандемияға сәбәпсе булды. Сусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтә, сәләмәтлеге ҡаҡшаған ауырыуҙар араһында үлем осраҡтары ла аҙ түгел. ”Роспотребнадзор” ниндәй төбәк булыуына ҡарап, бөтә тейешле сараларҙы күрә, мәҫәлән, мәктәптәр өсөн яңы методик хат әҙерләй.

“Әгәр класта, шулай уҡ мәктәптә, дәрестәргә уҡыусыларҙың 20 проценттан күберәк өлөшө килмәһә, класты дистанциянан тороп уҡытыуға күсерергә кәрәк. Был балаларҙың бер-береһенә сирҙе йоҡтормауы өсөн мөһим”, – тине Анна Попова.

Сирҙең тәүге билдәләре – хәлһеҙлек, температура күтәрелеүе, танауҙа һәм тамаҡта ауыртыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Иң ҡыҫҡа инкубация осоро бер нисә сәғәт тәшкил итә, иң оҙайлы осор – ете көн. Сир билдәләре күренеү менән уның киҙеү йәки ковид икәнен асыҡлау өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип кәңәш итә етәксе.

 

 Фото:vbr.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: