Хәҙер һәр кем берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында, шулай уҡ мобиль ҡушымтала үҙенә уңайлы ваҡытта электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡарай һәм уларҙы эш биреүсегә хәбәр итә ала.
Тағы шуныһы үҙенсәлекле: хеҙмәткәргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының номерын хәтерҙә ҡалдырыу йәки яҙҙырыу талап ителмәй, ундағы мәғлүмәттәр һәр ваҡыт ҡул аҫтында була һәм юғалмай, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шәхси кабинетта иһә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының номеры, медицина ойошмаһы, документ биргән табип, эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро, бынан тыш, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләнгәнме, юҡмы икәнлеген асыҡлаған мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм мобиль ҡушымтала электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, оҙайтыу, ябыу, уға бәйле башҡа үҙгәрештәр тураһында автоматик рәүештә белдереү ҡағыҙҙары килә.
Хеҙмәттән Дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәп яҙмаһы булған граждандар файҙаланыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинетында йәки https://eln.gosuslugi.ru/ һылтанмаһы буйынса мәғлүмәттәрҙе табырға була. Шуныһы мөһим: иҫәп яҙмаһына мотлаҡ медицина страховкаһы полисы мәғлүмәттәрен дөрөҫ теркәргә һәм һаҡларға кәрәк.
Фото: пни11.рф