Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2022, 12:00

Файҙалы үҙенсәлектәре күп

Кер һабыны ябай ғына йыуыу сараһы иҫәпләнһә лә, уның файҙаһы, уникаль үҙенсәлектәре күп

Файҙалы үҙенсәлектәре күп
Файҙалы үҙенсәлектәре күп

Сәстең ҡауағын бөтөрөү өсөн ошо һабындан да яҡшы сара юҡтыр. Уны даими ҡулланғандар сәстәренең ҡойолмауын, хатта ҡуйырып китеүен билдәләй. Уларҙың ысулы буйынса, тәүҙә сәсте шампунләп, икенсегә кер һабыны менән йыуырға. Сайҡатҡанда ҡайнап йылымысланған һыуға бер нисә тамсы аш һеркәһе ҡушып ебәрергә. Бындай ысул бигерәк тә майлы сәсле кешеләргә килешә.

Депиляциянан һуң тире ҡыҙармаһын, ярһымаһын тиһәң, урынын кер һабыны күбеге һылап ҡуйырға була.

Аҙнаһына ике тапҡыр кер һабыны менән йыуынып, аҙағынан тирегә балалар кремы һөртһәң, һөҙөмтәһе шатландырыр.

Мунсала кер һабыны иҙелгән һыуҙа ебетелгән ҡайын миндеге менән ышҡыныу, һыуы менән йыуыныу тирене бик яҡшы таҙарта.

Кер һабыны тымауҙан ҡотҡара. Тик дауалауҙы сирҙең башланғыс осоронда башларға кәрәк. Һабын иретмәһендә мамыҡ тампонды сылатып, танау эсен таҙартып торорға кәрәк.

Бәшмәк ауырыуы йонсотҡанда, аяҡты кер һабыны менән яҡшылап йыуып, аҙағынан йод менән эшкәртергә мөмкин.

Төнгөлөккә теш щеткаларына кер һабыны һылап ҡалдырыу - зарарһыҙландырыуҙың иң осһоҙло юлы.

Шешенгән һәм күгәргән тирегә кер һабыны һөрткәндә, проблеманы тиҙерәк бөтөрөп була. Был ғәмәлде көнөнә бер нисә тапҡыр эшләргә кәрәк.

Эренле шешкә (күпертке) 1:1 нисбәтендә һуған, кер һабыны, шәкәр ҡушылмаһын һөртөп, унан тиҙ ҡотолорға мөмкин. Уны ауыртҡан ергә йоҡлар алдынан һалып, бинт менән нығытып бәйләргә.

Табан ярылып ыҙалатһа, ошондай ванна эшләргә була: ике литр һыуға бер балғалаҡ аш содаһы, бер ҡалаҡ ҡырылған кер һабыны һалып 15-20 минут тотоп ултырғас, киптереп, махсус крем йә вазелин һөртөп ҡуйырға. Бер нисә ҡабатлағандан һуң ыңғай үҙгәреш күренер.

Тирене ҡояшҡа яндырғанда - шул урынға кер һабыны һөртөп, киптерергә. Былай итеү ҡыҙарыуҙан һәм күбеүҙән һаҡлай.

Фото:snus-outlet.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: