Грек сәтләүеге – файҙалы матдәләр хазинаһы. Кешеләр уның туҡландырыу һәм дауалау үҙенсәлектәрен элек-электән белгән. Сәтләүектең хәтерҙе яҡшыртыуы, ҡандағы холестеринды кәметеүе лә билдәле. Ашҡаҙан эшмәкәрлегенә лә ул ыңғай йоғонто яһай, ти белгестәр.
Диетологтар белдереүенсә, грек сәтләүеге ҡан тамырҙары, йөрәк һәм мейе эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, төрлө минералдарға, витамин һәм омега-3 кислотаһына бай, ҡан составын һәм ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта, антиоксиданттар миҡдарын арттыра. Рәсәйҙә уны, Грециянан килтергәнгә күрә, “грек сәтләүеге” тип атағандар. Тикшеренеүселәр, уның организмға пребиотик кеүек тәьҫир итеүен билдәләп, аш һеңдереү өсөн кәрәкле бактерияларҙы арттырыуын асыҡлаған.
Кәримә УСМАНОВА