Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Декабрь 2022, 17:55

Һөйәлдән нисек ҡотолорға?

psormak.ru
Фото:psormak.ru

Һөйәл – иң киң таралған тире сирҙәренең береһе. Аҡһыл, аҡһыл һоро йә иһә тире төҫөндәге ҡалҡып торған был төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш.

Һөйәлде яндырып, туңдырып, ҡырҡып алып, лазер ярҙамында дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операциялар ауыртыныуһыҙ ғына үтмәй һәм гел генә ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташла­һаң, һөйәлдең икенсе урында барлыҡҡа килеүе ихтимал, шуға күрә табипҡа мөрә­жәғәт итер алдынан уларҙан өй шарттарында ҡотолорға тырышығыҙ. Беренсе сиратта, ысынлап та, һөйәл икәнлегенә инанығыҙ, миң йәки башҡа нәмә булып ҡуймаһын.

Әгәр ҙә бер генә һөйәл сығып, һеҙгә ҡамасауламаһа, уға тейергә ашыҡмағыҙ. Билдәле булыуынса, һөйәлдәрҙең 40 проценты үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Дөрөҫ, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, бер нисә йыл да үтеп китеүе ихтимал. Әгәр ҙә ҙурая һәм тәнгә тарала башлаһа, был осраҡта сара күрергә кәрәк.

Һөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, препаратты алдан уның ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығырға онотма­ғыҙ. Икенсенән, бер-ике аҙна дауамында һөйәл бөтмәһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һөйәлде дауалау өсөн С витаминын йә иһә аскорбин кислотаһын ҡулланырға ярай. Бер төймә витаминды һыу менән паста хәленә килгәнсе иҙергә лә һөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы.

Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле, әммә уларҙы диабет менән сирлеләргә һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Айырыуса 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы. Уны төнгөлөккә һөйәлгә ҡуйырға ла, иртән алырға. Әммә лейкопластырҙы ҙур итеп һалырға ярамай, һөйәлде ҡапларлыҡ ҡына булһын.

Шулай уҡ дарыуханала һатылған А витамины ла ярҙам итә. Бер капсуланы асып, һөйәлгә һөртөргә кәрәк. Бындай дауалау курсы оҙайлы ваҡыт талап итә. Әммә һөйәл күп икән, тап уны ҡулланырға кәңәш итәләр.

Табандағы һөйәлдәргә ҡаршы риодоксол майын да ҡулланып ҡарарға була.

Башҡа халыҡ медицинаһы ысулдарынан һөйәлдәргә аҡбур һөртөргә йә иһә картуф ҡабығы ябырға ярай. Шулай уҡ табан­дағы һөйәлгә банан тышын эске яғы менән һалып ҡарарға була. Йыш ҡына һарымһаҡ та ярҙам итә. Төнгөлөккә һарымһаҡ киҫә­ген ҡырҡылған яғы менән һөйәлгә лейкопластырь ярҙамында нығытып ҡуйығыҙ.

Әлбиттә, гигиена талаптарын да үтәргә онотмағыҙ. Аяҡтар һәр саҡ ҡоро һәм таҙа булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ойоҡ­баштарҙы алмаштырғанда, табандағы һөйәлдәр бәләкәсәйә һәм таралыуҙан туҡтай.

Һөйәлде төрлө ырымдар менән дә дауалау ысулдары бар. Әйтәйек, берәүҙәр, ете төҫлө еп алып, нисә һөйәле бар, шунса төйөн эшләп, тупһа аҫтына һала. Йәнәһе лә, шул еп сереп бөтөүгә, кешеләге һөйәлдәр ҙә юҡҡа сыға. Шулай уҡ яңы тыуған айға һөйәлде күрһәтеп: “Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең? Бына минең тәтәйем!” – тип һамаҡлап дауалау ысулы ла билдәле.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: