Һыуыҡ һәм ел тирене эҫе ҡояшлы көнгә ҡарағанда ла нығыраҡ киптерә, шуға күрә лә саф һауаға сығыр алдынан, кәм тигәндә, бер сәғәт алда йыуынығыҙ. Битегеҙҙе яҡшылап һөрткәндән ҡоротҡас, туҡландырыусы крем һөртөгөҙ. Температура нулдән түбән булһа, дымландырыусы крем ҡулланмағыҙ. Урамға сығыр алдынан тональ кремды ла файҙаланырға була, ул да һыуыҡ һауа тәьҫиренән һаҡлай.
Бер нисә битлек тәҡдим итәбеҙ.
Бал менән йомортҡа ағынан битлек
Бер балғалаҡ балға туғылған йомортҡа ағы ҡушып болғатырға ла әҙер битлекте 6-7 минутҡа биткә яғырға. Биш минуттан бал йәбешкәнсе бармаҡ остары менән генә биткә һуҡҡылап алыу кәңәш ителә. Бит тиреһен тартырға ярамай, уға һаҡ ҡына баҫып ҡағылалар. Артабан битте һалҡынсараҡ һыу менән сайҡатырға.
Алоэнан битлек
Алоэнан яһалған битлектәр тирене йәшәртеп ебәрә. 1:1 нисбәтенән алоэ һутын һәм һөт өҫтөн ҡушып болғатып, яҡшылап таҙартылған тирегә яғырға кәрәк. Был битлекте иртән йә кисен эшләргә мөмкин, марлянан тегелгән салфетканы ҡулланыу кәңәш ителә.
Бер аш ҡалағы алоэ һутына ике ҡалаҡ иретелгән бал ҡушабыҙ ҙа биткә һөртәбеҙ, шулай уҡ муйынға ла һыларға мөмкин. 10-15 минут тотоп, йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Бындай битлектән һуң тирегеҙ йомшарып, матурланып ҡалыр.
Был үҫемлектең япрағын ғына алып иҙгеләп, биткә һылап, 20 минут тирәһе тотаһың да һыуыҡ һыу менән йыуаһың. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ, тире йәшәреп китер. Шуны онотмағыҙ: алоэның яңы өҙөлгән япраҡтары ғына файҙалы.
Эремсек менән балдан битлек
Һөҙгөс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып битлек эшләйҙәр. Бының өсөн бер аш ҡалағы эремсек менән ярты балғалаҡ балды һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минут үткәс, йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә әселеге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһым менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт төҫ бирә.
Әммә шуны ла онотмағыҙ: һалыр алдынан әҙерләнгән массаны беләктең эске яғына – тиренең йоҡа урынына һөртөп, аллергия булыу ихтималлығын тикшерегеҙ.
Битлек массаһын шунда уҡ ҡулланығыҙ, һыуытҡысҡа ла, башҡа урынға ла һаҡлауға ҡуймағыҙ.
Кәримә УСМАНОВА