Башҡортостанда 2022 йылдың 7 декабренән беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүсе республика медицина ойошмаларының - өлкәндәр, балалар, стоматология поликлиникаларының, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларының эш ваҡыты үҙгәрҙе.
Был киҫкен респиратор вирус инфекциялары һәм киҙеү сиренең артыуы менән бәйле.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ҡалаларҙағы өлкәндәр өсөн поликлиникалар, шулай уҡ ҡала, район дауаханалары составындағы поликлиника бүлексәләре дүшәмбенән йомаға тиклем 8.00 сәғәттән алып 21.00 сәғәткә тиклем эшләй, шәмбе – 08 .00 - 17.00, йәкшәмбе – 08.00 - 16.00 сәғәттәрҙә.
Табипты, шул иҫәптән ашығыс хеҙмәтте саҡырыу дүшәмбенән йомаға тиклем 08.00 сәғәттән алып 21.00 сәғәткә тиклем мөмкин буласаҡ. Шәмбелә иһә - 08.00 – 17.00, йәкшәмбелә 08.00 - 16.00 сәғәттәрҙә.
Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе карточкаларға ҡарай алаһығыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102