Ғәҙәти булмаған был проект Ауырғазы районы Талбазы ауылы медицина хеҙмәткәрҙәренең күңеленә хуш килде. Аҡ халатлыларҙы “дауаларға”, кәйефтәрен күтәрергә килгән сәнғәт кешеләре эш урынында сағыу байрам ойошторҙо. Был сара “Күңелде дауалаусылар” социаль-мәҙәни проектҡа ярашлы уҙғарыла.
Тамашасылар Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадированың, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаевтың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшиндың, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың, “Йәшлек-шоу-2020” конкурсы еңеүсеһе Ришат Рәхимовтың сығыштары һәм арт-терапияһы өсөн сикһеҙ шат булды, һәр береһен көслө алҡыштарға күмде. Табиптарҙың йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәне, тамаша уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
Рәссамдың оҫталыҡ дәрестәре осрашыуға яңы биҙәк өҫтәне. Сараға хатта, бөтә мәшәҡәттәрен ташлап, район хакимиәте башлығы А. Шәһәретдинов та килгәйне. Кисә барышында Талбазы үҙәк район дауаханаһы профсоюз комитеты рәйесе Г. Ибраҡова бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә профсоюз наградаларын тапшырҙы, тип яҙа район гәзите.
Көтөлмәгән байрам бер тын алыуҙа үтте лә китте... Йылы, сағыу тәьҫораттар оҙаҡ онотолмаясаҡ әле, табиптар бик ҡәнәғәт!
Фото: “Аургазинский вестник” гәзите.