Республикала табипҡа яҙылыу өсөн контакт-үҙәктең эш графигы үҙгәртелде һәм операторҙар һаны арттырылды. Иртән халыҡтың поликлиникаларға мөрәжәғәттәре ныҡ артҡан көсөргәнешле мәлдә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеүсе белгестәр иҫәбе лә күбәйтеләсәк.
Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Унан тыш, ял көндәрендә лә докторҙарға талон алып буласаҡ.
“Телефон линияларына мониторинг көнөнә өс тапҡыр үткәрелә. Көсөргәнеш кимәле, сираттарҙағы ваҡыт, ҡабул ителгән шылтыратыуҙар һәм табипҡа яҙылған пациенттар һаны асыҡланып торасаҡ. Шулай уҡ колл-үҙәк ял көндәрендә лә эшләйәсәк”, – тип хәбәр итте министр.
Поликлиникаларҙың эш режимы ла үҙгәртелде. Хәҙер табиптар пациенттарҙы сәғәт 8-ҙән 21.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрына халыҡтан табиптарға яҙылыуҙың ҡатмарлылығы тураһында ялыуҙар артыуы менән бәйле иҫкәртеү яһағайны.
Фото: news.myseldon.com