Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарға ярашлы, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, район дауаханаларында һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәттәрендә эшләгәндәргә түләүҙә махсус өҫтәмәләр булдырыласаҡ.
Мәҫәлән, район дауаханалары табиптары 2023 йылдан айына уртаса 18,5 мең һум өҫтәмә аласаҡ, тине Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голикова.
"Район дауаханалары табиптарына ай һайын 18,5 мең һум пособие биреләсәк. Беренсел медицина ярҙамы табиптарының эш хаҡына - 14,5 мең, ашығыс ярҙам табиптарыныҡына 11,5 мең һум өҫтәләсәк. Ай һайын район дауаханаларының урта медицина хеҙмәткәрҙәренә — һигеҙ мең, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙең урта медицина хеҙмәткәрҙәренә — 6,5 мең, фельдшерҙар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте шәфҡәт туташтарына — ете мең, беренсел медицина ярҙамы үҙәк дауаханаларының кесе медицина персоналына дүрт мең һум биреү ҡаралған", — тине вице-премьер.
Президенттың ҡушҡандарын үтәү өсөн барлыҡ кәрәкле эштәр декабрҙә һәм ғинуар башында башҡарыласаҡ, тине ул.
Татьяна Голикова әйтеүенсә, 2023 йылда өҫтәмә түләүҙәр яҡынса 379 мең табипҡа бирелә, ошо маҡсатҡа Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджетынан 152,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.