Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Декабрь 2022, 20:45

Киҙеү осраҡтары тағы ла артҡан

Ә коронавирус яйлап сигенә кеүек. 

Киҙеү осраҡтары тағы ла артҡан
Киҙеү осраҡтары тағы ла артҡан

Республикала уҙған аҙна менән сағыштырғанда киҙеү менән сирләү 22 процентҡа артҡан. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Министр әйтеүенсә, республикаға әлеге ваҡытта 1 896 230 доза грипҡа ҡаршы вакцина килтерелгән. ике миллиондан ашыу кешегә прививка яһалған, был дөйөм һандың 50 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Халыҡҡа профилактик медицина тикшереүе үткәреү һәм диспансерлаштырыу дауам итә. Диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын 1 006 316 кеше (пландың 97 проценты) үткән, 232 956 кеше (101 процент) – профилактик тикшереү, 348 261 кеше (97,5 проценты) өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн тәрән диспансерлаштырыу үткән.

Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә яңы коронавирус инфекцияһынан дауалау өсөн 390 урын әҙерләнгән, буш урындар 15 процент тәшкил итә. Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты – 1,0.

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү алты процентҡа кәмегән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 179 осрағы теркәлгән. 221 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 1 858 сирле өй шарттарында дауалана.

3 305 884 кеше тулыһынса вакцинация үтте, 967 239 кеше (67,8 процент) ревакцинацияланды.

Фото: smotrim.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: