Аяҡтарҙы нығытыу буйынса, тимәк, ҡартайыуҙы тотҡарлау өсөн, халыҡтың үҙ алымдары етерлек. Күнегеүҙәрҙе башҡарырға күп ваҡыт та, сығым да кәрәкмәй, тик теләк кенә булһын.
Көн дә яланаяҡ йөрөргә кәңәш ителә был алымға ярашлы. Ҡыш көндәре көнөнә өс тапҡыр 10-ар минут бүлмәлә, ә йәй ерҙә ысыҡ кисеп атлау һаулыҡ өсөн бик файҙалы - ҡан әйләнеше яҡшыра, аяҡтар сыныға.
Сиратлап аяҡ осонда, бармаҡтарҙы өҫкә күтәреп, табанды эскә, тышҡа ҡаратып йөрөү мускулдарҙы, һөйәктәрҙе нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, эске ағзаларҙың да эшмәкәрлегенә тик ыңғай яҡтан йоғонто яһай.
Табандарҙы ҡыҙҙырып ышҡыу, балтырға еңелсә сәпәкәйләп (өҫкә табан) һуғыу көндәлек күнекмә иҫәбенә инһә, бик яҡшы буласаҡ. Аяҡтар өйрәнгәс, резина йә ағас сүкеш менән һуҡҡыларға мөмкин. Тән буйлап йылы тулҡын таралғаны, күңелдә һиллек урынлашҡаны тойолор. Табан яғынан икенсе һәм өсөнсө бармаҡтар башланған тирәгә (күҙҙәргә бәйле рефлекс нөктә) массаж яһап, күҙҙәрҙең күреү һәләтенә тәьҫир итеп була. Уңышлы һөҙөмтәһен күреү өсөн күнегеүҙе көн дә бишәр минут ҡабатлап торорға кәрәк.
Шулай уҡ көн һайын контраст душ ҡулланыу аяҡтарҙың тонусын күтәреп, ҡан әйләнешен яҡшыртып ебәрә, организмға көс-ҡеүәт бирә.
Фото: moskva-com.ru