Өфөләге 17-се ҡала балалар дауаханаһының көндөҙгө стационарында капиталь ремонт эштәре бара. БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин 32 меңдән ашыу бала теркәлгән медицина учреждениеһы эше менән танышты.
2019 йылда капиталь ремонт үткәреү уңайы менән көндөҙгө стационар бинаһы ябылғайны. Шул уҡ йылда 77,4 миллион һумға иҫәпләнгән проект-смета документтары әҙерләнде. Әле капиталь ремонттың беренсе этабы тамамланыуға бара. Алдағы ике йылда эштәрҙең икенсе һәм өсөнсө этабы башланасаҡ. Йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр селтәрҙәре алмаштырыласаҡ, бүлмәләрҙе бүлеү, түшәмдәрҙе көпләү һәм яҡтыртыу приборҙары ҡуйыу эше башҡарыласаҡ. Өсөнсө этапта ла мәшәҡәттәр етерлек: фасадты көпләү, тышҡы йылылыҡ һәм һыу үткәреү селтәрҙәрен алыштырыу, биҙәү, ишектәр ҡуйыу һәм башҡа күләмле эштәр тора. Азат Рәхмәтуллин подрядсылар менән аралашыу мәлендә төҙөлөш тиҙлегенә, эштәрҙе теүәл үтәү ваҡытына иғтибарҙы йүнәлтте.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.