Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2022, 16:15

Дауаханаларға 18 машина юлланды

"Медицина ойошмалары автопаркын яңыртыу – бик мөһим эш, уны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ".

Дауаханаларға 18 машина юлландыДауаханаларға 18 машина юлланды
Дауаханаларға 18 машина юлланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

“Бөгөн дауаханаларыбыҙға 18 яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһын тапшырҙыҡ. Икәүһе Өфөлә ҡаласаҡ – ашығыс медицина ярҙамы станцияһында һәм медицина һәләкәттәре үҙәгендә, ҡалғандары республика буйынса юлланасаҡ.

Уларҙы федераль бюджет аҡсаһына һатып алдыҡ. Һәр береһе барлыҡ мотлаҡ кәрәкле әйбер менән тәьмин ителгән. Дефибриллятор, ЭКГ-ны теркәй алған электрокардиограф, үпкә өсөн яһалма елләтеү аппараты һәм экстрен хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара алған күп нәмә.

2019 йылдан дауаханаларыбыҙ 169 "Ашығыс ярҙам" машинаһы алды, амбулатор звено өсөн - йәнә 178. Коронавирус сигенде, әммә медицина хеҙмәткәрҙәренә йөкләмә бик күп, бигерәк тә миҙгел эпидемияһы осоронда. Медицина ойошмалары автопаркын яңыртыу – бик мөһим эш, уны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ.

Барығыҙға ла сәләмәтлек!” - тиелә яҙмала.

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Дауаханаларға 18 машина юлланды
Дауаханаларға 18 машина юлланды
Дауаханаларға 18 машина юлланды
Дауаханаларға 18 машина юлланды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас