Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2022, 14:55

Ете ысулдың барлығын онотма

Ябай киҙеүҙе генә дауалау өсөн әллә күпме аҡса китә, башҡа етди сирҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға дарыуханала артығын түләмәү өсөн түбәндәгеләрҙе кәңәш итәбеҙ.

 

  1. Табип ниндәйҙер дарыу эсергә тип тәғәйенләһә, унан ҡайһы компоненттың күберәк дауалау көсөнә эйә икәнлеген һәм хаҡы осһоҙораҡ булған аналогын һорарға онотмағыҙ.
  2. Поликлиника эргәһендәге дарыухананан дарыу һатып алырға ашыҡмағыҙ. Күп кенә осраҡта ошондай дарыуханаларҙа, медицина ойошмаһына алыҫ урынлаш­ҡанда­рынан айырмалы, 20 – 30 процентҡа ҡим­мәтерәк булыуы ихтимал. Ғәҙәттә, йыраҡ­тағыраҡ һәм эргәлә тағы ике-өс дарыухана булғанында һатып алыу отошлораҡ.
  3. Осһоҙораҡ дарыуҙарҙы эҙләгәндә дарыухана агрегаторын, мәҫәлән, “Барлыҡ дарыуханалар” тип исемләнгәнен файҙа­ланығыҙ. Бының өсөн сайтҡа инеп, кәрәкле дарыуҙы асыҡлағанда, агрегатор осһоҙораҡ хаҡлы дарыуҙарҙы табыу мөмкинлеген бирә.
  4. Онлайн һатып алынған дарыуҙарҙың хаҡы ла осһоҙораҡ.
  5. Төрлө карталарҙы файҙаланығыҙ, акциялар ваҡытында һатып алығыҙ.
  6. Фармацевтарҙың бер дарыуҙы һатып алғанда икенсеһен дә тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, гематоген, пластырь, теш пастаһын һәм башҡаларҙы. Күптәр ризалаша һәм аҡсаһын сарыф итә, сөнки шул уҡ теш пастаһының эргәләге супермаркетта күпкә арзаныраҡҡа тәҡдим ителеүе мөмкин.
  7. Күмәртәләп һатып алырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, ҡапта дарыу төймәләре күп булған һайын хаҡы арзаныраҡҡа төшә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: