Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Ер йөҙөндәге әллә күпме кеше үҙенең тыуған көнө алдынан кәйефенең төшөүе, борсолоу кеүек хистәргә “тарый”, хатта ҡайһы берҙәре инфекция сирҙәренә дусар була. Был ниңә шулай һуң?
Баҡтиһәң, күптәр өсөн был хәл ғәҙәти күренеш икән. Һәм уларҙың байтағы, психологтар белдереүенсә, сираттағы тыуған көнө алдынан үткән йылға һығымта-һөҙөмтәләр яһай, ниндәйҙер уй-маҡсатын тормошҡа атҡарып өлгөрмәүен асыҡлай, финанс мәсьәләләре, тормош мәшәҡәттәре алдында баҙап ҡала һәм ағымдағы хәл-ваҡиғаларға иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә стресс кешенең сәләмәтлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, шуға бәғзеләрҙең тыуған көнө алдынан тымау тейеү менән йонсоуына ла аптырайһы түгел. Быға ҡаҡшаған иммунитет сәбәпсе.
Үрҙә әйтелгән күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн тыуған көн һәм башҡа байрам алдынан реаль пландар төҙөргә кәрәк. Был күңел төшөнкөлөгөнән һаҡлар. Төрлө ҡыйынлыҡтарҙың рухты нығытыуы хаҡында оноторға ярамай. Иң мөһиме – һәр байрамда ла кәйефте төшөрмәү. Иң мөһиме, йән тыныслығы, сәләмәтлек, яҡындарыңдың эргәңдә булыуы икәнлеген онотмайыҡ. Байрам кәйефен иһә һәр кем күңелендә булдыра икәнлеген бер кем дә инҡар итмәҫ.
...Яңы йылдың килеп етеүенә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙе лә үтеп барған йылдың һуңғы көндәренә ҡалдырмаҫ өсөн алдан план ҡороу, хатта исемлек яҙыу отошло булыр. Тағы иртәнге 10 – 12 һәм төштән һуң 16 – 18 сәғәт арауығын хеҙмәттең алтын сәғәттәре тип атайҙар. Тап ошо арала һәр кем әллә күпме эш башҡара ала! Мөһим эштәрҙе аҙаҡҡа ҡалдырмай, ошо ваҡытта атҡарыу зарур.
Айһылыу НИЗАМОВА