Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Декабрь 2022, 13:33

Саф һауа – йәнгә дауа!

“Березки” һеҙҙе көтә.

Әбйәлил районының хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Березки” ял йортоноң тылсымы тәбиғәттең дауалау ҡөҙрәтенә лә, заманса йыһазландырыуға ла бәйле.

 

Шифаһын тойоғоҙ

 

“Березки” ял йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Иршат Малыбаев әйте­үенсә, күптәр сит илдә ял итеүҙе өҫтөн күрә. Ғәмәлдә иһә кешегә үҙе тыуып үҫкән ер, һыу, һауа ғына көс бирә. Ситтәге тәбиғәт шарттарына өйрәнеп алғансы тән дә, йән дә көсөргәнеш кисерә, ә беҙгә ял итергә ки­леүселәргә бының өсөн һис тә хафаланырға кәрәкмәй. Саф һауа – үҙе дауа, йәй миҙге­лендә таҙа һәм шифалы Яҡтыкүл үҙегеҙҙе лә, тәнегеҙҙе лә имләр, күңелдәрегеҙҙе күтәрер, ти ул.

– Беҙҙең ял йортоноң төп бренды булған тылсымлы батҡағы бик файҙалы, ул орга­низмдың эшмәкәрлеген көйләй. Бик күп сир­ҙән ҡотҡара, шулай уҡ бөтә организмдың ауырыуға ҡаршы тороу мөмкинлеген көсәйтә, иммунитетты арттыра. Ванналарҙың да ниндәй генә төрҙәре юҡ! Бассейн менән сауна, тоҙ шахтаһы ла күптәрҙең күңеленә хуш килер. Ҡышын боҙҙа шыуыу майҙансығы ла ял итеүселәргә яҡшы кәйеф өҫтәйәсәк. Тәндәренә сихәт һәм көс өҫтәгән массажсы­ларҙың барыһы ла – махсус белемле хеҙмәткәрҙәр. Ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле һәм татлы ризыҡтар телеңде йоторлоҡ, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының барыһы ла иғтибарлы, яғымлы һәм иң мөһиме – үҙ эштәренең ысын оҫталары, – тине ял йорто директоры Иршат Филҡәт улы. – “Березки” ял йортона килегеҙ, үҙ ере­беҙҙең, шифаларыбыҙҙың файҙаһын күрегеҙ!

 

Бүлмәләр көлөп тора!

 

Ял йорто биләмәһенә аяҡ баҫҡас та, ысынлап та, үҙеңде ниндәйҙер илаһи донъяға килеп ингәндәй хис итәһең! Бер-бер артлы теҙелгән төп-төҙ ҡарағайҙар һаҡсылар кеүек заманса төҙөлгән корпустар янынан урын алған, уларҙың ботаҡтарына ҡунған ҡар өйөмдәре, аҡлыҡ һәм сафлыҡ бөркөп, ял итергә килеүселәрҙе сәләмләп торғандай. Төп корпусты асып инеү менән һәр кемде йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршылаған ҡыҙҙар, “һә” тигәнсә һине урынлаштырып, кәрәкле бүлмәгә оҙатып та ҡуя.

Бар уңайлыҡтары булған бер, ике урын­лыҡ һәм люкс-бүлмәләр бар. Уларҙың һәр бе­реһендә һыуытҡыс, телевизор, йыуыныу бүлмәһе, душ, сәйнүк, һауыт-һаба урын ал­ған. Рәхәтләнеп ял да ит, дауаланып та өлгөр!

 

Теләһәң, массаж эшләт йә төрлө ванна ҡабул ит!

 

Күптәр ял йортона сәләмәт­леген нығы­тырға, күңелен дауаларға, сирҙәренән бер аҙға булһа ла арынырға килә. Был йәһәттән “Березки” ял йортонда заманса шарттар һәм  уңайлыҡтар булдырылған. Дауалау корпусында һине табип та ҡабул итә, ошонда уҡ барлыҡ процедураларҙы ла алырға мөмкин.

Ванналарҙың ниндәйе генә юҡ! Теләһәң, ылыҫлы, диңгеҙ тоҙо, скипидар, ҡоро углекислоталы ванналар ҡабул итергә мөмкин, бик тә булмаһа, йәнеңә һәм тәнеңә сихәт бирерлек массаж яһат.

Ә инде “Березки” ял йортоноң һәм “Яҡты­күл”шифаханаһының тылсымлы батҡағы күптән инде төп брендына әйләнгән тиергә лә була. Ял йорто “Яҡтыкүл” шифаханаһына бик яҡын урынлашҡан. Ял итеүселәрҙе шифаханаға автобус менән радон ваннаһы һәм батҡаҡ менән дауалау өсөн алып йөрөй.

Күптәр бында тап ошо шифалы батҡаҡ өсөн генә килә тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Ял йортонда уны ауыртҡан урынға компресс булараҡ һалалар. “Яҡтыкүл” шифаханаһынан килтерелгән батҡаҡ ошонда уҡ йылытыла һәм файҙаланыла.

Физиотерапия ҡорамалдарының ниндәйе генә юҡ: барыһы ла бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек! Амплипульстерапия, озонотерапия, электрофорез, дарсонвализация (сәстәрҙе электр тарағы менән тарау), төрлө аппарат ярҙамында ауыртҡан ереңде йылытыу йәиһә ҡыҙҙырып алыу ҙа файҙаһын бирмәй ҡалмай. Һуңғы ваҡытта дауала­ныусыларға ҡандың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән озон терапияһы һәм эске лазер ҡан нурланышы (ВЛОК) тигән процедуралар тәҡдим ителә. Ковид менән сирләүселәргә, шулай уҡ аллергиянан интегеүселәргә бик файҙалы, ти табиптар. Озон терапияһы – медицина озоны ярҙамында төрлө патологияны дауалауҙың юғары һөҙөмтәле медикаментоз булмаған заманса дауалау-иҫкәртеү алымы.

– Озон терапияһы менән дауаланырға теләүселәр күп, тик был процедураны алыр өсөн яҙын-көҙөн махсус рәүештә киләләр. Организм тулыһынса кислород менән байы­тыла, ҡан тамырҙары киңәйә, вирус һәм бак­териялар кәмей, һаулыҡ өсөн бик файҙалы, – ти уны эшләүсе Фирҙәүес Аҡбулатова.

Әйткәндәй, юллама хаҡына йәшәү, ашау һәм дауаланыуҙың ҡайһы бер төрҙәре инә, башҡа осраҡта һәр кем үҙенә кәрәкле дауалау процедураларын өҫтәмә хаҡҡа түләп, файҙалана ала. Шулай уҡ Әбйәлил районында һәм күрше Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр, тәғәйен процедуралар алыу өсөн үҙҙәре шәхсән килеп, түләүле дауалау алымдарынан файҙалана ала.

Рәхәтләнеп ванна алалар

 

“Диңгеҙҙәге кеүек...” ти ял итеүселәр, бассейндан сыҡҡас. Ял йортондағы бассейнға күптәр шундай баһа бирә. Ысынлап та, таҙа, киң һәм тәрән бассейнда дауаланыусылар сәғәттәр буйы рәхәтләнеп йөҙә, сәләмәт­лектәрен нығыта. Ошонда уҡ “кедр мискәһе”, инфра-ҡыҙыл сауна, сауна, тоҙ шахтаһы бар. Теләгәндәр, бер юлы ванна алып, саунала булып та өлгөрә. Аҙаҡ улар рәхәтләнеп ял итеп, фитотерапия бүлмәһенә йүнәлә. Бында уларға тыуған еребеҙҙә үҫкән хуш еҫле тәмле үлән сәйҙәре тәҡдим ителә.

 

Аштары тәмле, ризыҡтары татлы

 

Ашхана ял йортоноң төп корпусында урынлашҡан, ҙур һәм бәләкәй зал һәр саҡ ял итеүселәр менән тулы тиерлек. Беренсе көндә үк уларҙы администратор Әнисә Уйылданова ҡаршы ала һәм тәғәйен өҫтәл билдәләй. Махсус диета тотоусыларға һәм шәкәр диабеты менән сирләүселәргә туғыҙ өҫтәл ( махсус меню) тәҡдим ителә.

Башҡа ял йорттарынан һәм шифаха­наларҙан айырмалы рәүештә, “Березки” ял йортонда ашатыу бик юғары кимәлдә, ти ял итеүселәр. Ашнаҡсыларҙың дөйөм тырыш­лығы һөҙөмтәһендә көн һайын меню төрлөлөгө менән айырылып тора, икмәк-ҡаластарҙы, тәмлекәстәрҙе үҙҙәре бешерә. Өҫтәлдә һауыт-һаба һәр саҡ таҙа, ризыҡтары мул, аштары тәмле була.

 

Барыһына ла бик оҡшай

 

1965 йылда төҙөлөп, оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһына ҡараған “Березки” ял йорто 2018 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан республикаға ҡайтарыла, йәғни һатып алына. Шул ваҡыттан алып уға Иршат Малыбаев етәкселек итә һәм бик күп эште атҡарып сыға. Торлаҡ корпустарҙы өр-яңы­нан ремонтлау, уларҙы заман талаптарына яуап бирерлек итеп йыһазландырыу, тәҙрә­ләрен евроға алмаштырыу, хеҙмәткәр­ҙәр өсөн махсус ятаҡ булдырыу, ял май­ҙансыҡ­тары, һыу инеү урындары, кейенеү-сисенеү кабиналары эшләү, йәйәү йөрөү өсөн махсус һуҡмаҡтарға асфальт түшәү кеүек эштәрҙең барыһы ла тап уның етәкселегендә башҡарылған. Коллективта бөтәһе 200-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй, йәй көндәрендә өҫтәмә эшселәр йәлеп ителә. Әйткәндәй, йәйге осорҙа ял йортона килеүселәрҙең иҫәбе-һаны булмай, юлламалар ярты йыл алдан һатылып бөтә. Бында шулай уҡ балалар менән дә ял итергә мөмкин, улар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡаралған.

Дауаланыусыларға көн һайын мәҙәни саралар үткәрелә, дискотека була, кино күрһәтелә, аҙнаның бер көнөндә “Яҡтыкүл” шифаханаһына концертҡа алып баралар. Бильярд, шашка, шахмат уйнаусылар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Ял йортонан алыҫ түгел “Абҙаҡ” тау саң­ғыһы юлы, динопарк, аквапарк бар, теләгән­дәр хозур тәбиғәткә һоҡланып, йәйен рәхәт­ләнеп Яҡтыкүлдә йөҙөп, саф һауа һулап, ҡышын аҡ ҡарҙа саңғыла йөрөп, тауҙа шыуып, боҙ майҙансығында хоккей уйнап, тән­дәрен сыныҡтырып, рухтарын байыта ала.

Ял йорто директоры Иршат Малыбаевтың “бер тапҡыр булған кеше “Березки”ға ҡайта­нан әйләнеп килә, сөнки беҙҙең ял йорто – иң яҡшыһы!” тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә.

- Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы

Читайте нас: