Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2022, 18:00

Мәскәү табиптары һалдаттарға аяҡ-ҡул "үҫтерә" башлаған

Бындай операциялар донъяла башҡа бер ерҙә лә яһалмай.

Мәскәү табиптары һалдаттарға аяҡ-ҡул "үҫтерә" башлаған
Мәскәү табиптары һалдаттарға аяҡ-ҡул "үҫтерә" башлаған

Рәсәйҙең хәрби табиптары хәҙер мина-шартлатҡыс һәм пуля яралары алған пациенттарҙың аяҡ-ҡулдарын тулыһынса тергеҙеү мөмкинлегенә эйә. Рәсәй Оборона министрлығының Н.Н. Бурденко исемендәге госпиталендә уникаль операциялар эшләйҙәр ҙә инде.

3D-модель ҡулланыуҙың яңы методикаһы тураһында ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса дауалау учреждениеһы начальнигы урынбаҫары, РФ Мәғариф министрлығының баш травматологы урынбаҫары Леонид Брижань "Звезда" телеканалына һөйләгән. Уның һүҙҙәренсә, был алым бик үҙенсәлекле булып тора. Н.Н. Бурденко исемендәге Баш хәрби клиник госпитале белгестәре генә атыу ҡоралынан яраланған осраҡта ошондай операциялар яһай.

«Хәҙерге атыу ҡоралдары бик ауыр яралай, хатта кәүҙәнең пуля йәки ярсыҡтар эләккән урынында һөйәк һәм мускул туҡымаһының бөтөнләй юҡҡа сығыуына килтерә. Операция һөҙөмтәһендә титандан яһалған, ошо фрагментты тулыһынса ҡабатлаған «футляр»ҙа һөйәк барлыҡҡа килтерелә», - ти Леонид Брижань.

Яңы уйлап сығарылған ысул һөҙөмтәһендә һәр пациент өсөн өс үлсәмле имплантат булдырырға мөмкин. Ул зыян күргән һөйәктең ҙурлығы һәм формаһы буйынса тулыһынса тап килә. Имплантат ҡуйыла, унан һуң яралының үҙенең һөйәк туҡымалары элементтары менән тултырыла, артабан мускул туҡымалары һәм пациенттың тәненән алынған фрагменттар өҫтәлә.

Госпиталдә яңы алымды әүҙем ҡулланалар ҙа инде. Ошо операцияны яһаған тәүге пациент ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулыһынса йүнәлгән һәм үҙ теләге буйынса йәнә махсус хәрби операцияға киткән. Зыян күреүсенең ныҡ яраланыуы арҡаһында аяҡ һөйәгенең байтаҡ өлөшө юҡҡа сыҡҡан булған.

Фото: function.mil.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: