Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Декабрь 2022, 13:00

Бәпес һөйөү шатлығын кисерергә һөлөк ярҙам итә

"Ошоғаса “түлһеҙлек” тигән диагноз менән килеп, дауалау курсы алып, ауырға ҡалмаған ҡатын-ҡыҙ пациенттарым юҡ", - ти Гөлназ. 

Бәпес һөйөү шатлығын кисерергә һөлөк ярҙам итә
Бәпес һөйөү шатлығын кисерергә һөлөк ярҙам итә

Бынан ике аҙна самаһы элек Баймаҡ ҡалаһынан профессиональ массаж яһау оҫтаһы, бер үк ваҡытта һөлөк менән дә дауалаған Гөлназ Баймырҙина менән әңгәмә тәҡдим иткәйнек: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-12-04/l-k-r-y-tt-n-fay-aly-3057006

“Һөлөк менән дауалауҙа иҫ киткес яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп булған тағы бер  йүнәлеш – ҡатын-ҡыҙ сирҙәре, һәр төрлө миома, эндометрий осраҡтары, түлһеҙлек”, - тип билдәләп үткәйне Гөлназ.

Тап ошо мәсьәлә, йәғни түлһеҙлектән һөлөк менән дауалау тураһында һорап яҙыусылар булды.

“Түлһеҙлек осрағында һөлөктө аналыҡҡа ҡуям. Ошоғаса “түлһеҙлек” тигән диагноз менән килеп, дауалау курсы алып, ауырға ҡалмаған ҡатын-ҡыҙ пациенттарым юҡ. Аллаға шөкөр, ошоғаса кем мөрәжәғәт итте, барыһы ла бәпес һөйөү шатлығы кисерҙе”, - ти Гөлназ.

Әйткәндәй, һөлөктө аналыҡҡа ҡуйыу ҙур тәжрибә, махсус өйрәнеү (уҡыу) талап итеүен, быны һәр кем эшләй алмауын дә айырып әйтте ул.

Редакциянан: сәләмәтлеккә ҡағылышлы һәр процедураны махсус белемгә, сертификатҡа эйә белгес кенә башҡарырға тейеш.  

Фото: www.z7ya.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: