

Башҡортостанда һуңғы аҙнала коронавирус менән сирләү осраҡтары 25 процентҡа артҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Һуңғы тәүлектә сир 247 кешелә асыҡланған. 192 кеше дауаханаларҙа ятһа, 1929 кеше өйөндә дауалана. Республиканың ковид госпиталдәрендә 390 урын әҙерләнгән, уларҙың 16 проценты буш. 3 305 884 кеше ковидҡа ҡаршы вакцина эшләткән, 967 239 кеше (67,8 процент) ревакцинацияланған.
Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, Башҡортостанда киҙеү менән сирләү кимәле 28,8 процентҡа артҡан. Әлеге ваҡытта республикаға 1 896 230 доза грипҡа ҡаршы вакцина килтерелгән. Ике миллиондан ашыу кешегә прививка яһалған, был дөйөм республика халҡының 50 проценттан ашыуын тәшкил итә. Халыҡҡа профилактик медицина тикшереүе үткәреү һәм диспансерлаштырыу дауам итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә айырым иғтибарын йүнәлтте һәм хеҙмәт коллективтарына вакцина яһатырға саҡырҙы.
– Предприятиелар эшселәре вакцина һалыуҙы дауам итһен. Алдан һөйләшкәйнек – мөмкинлеге булған эре предприятиелар үҙ хеҙмәткәрҙәренә вакцина яһатырға бурыслы. Был көндәрҙә халыҡ киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырый башлағанда бөтәһе лә медицина учреждениеларында бер ауырлыҡһыҙ бара алырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: bash.news