Сәләмәт булайыҡ
23 Декабрь 2022, 11:16

Ашҡаҙанды нисек һаҡларға

health.hozvo.ruhealth.hozvo.ru
Фото:health.hozvo.ru

 – Яңы йыл эсемлектәрһеҙ үтмәй, әлбиттә. Уларҙы самаһыҙ ҡулланыу зарарлы, сөнки хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереүе мөмкин, – тип иҫкәртә табип-гастроэнтерологтар. – Тик бәләнең башы бары унда ғына түгел.

 Байрамда ла дөрөҫ туҡланырға тырышығыҙ. Өҫтәлдәге бөтә аҙыҡты ла бер юлы тәмләп ҡарамағыҙ – был ашҡаҙан өсөн үтә ҙур һынау. Ял көндәрендә өс тапҡыр туҡланығыҙ, улар араһында ҡапҡылау ғәҙәте булмаһын. Шул рәүешле ашҡаҙаны­ғыҙҙы артыҡ ашауҙан, көсөргәнештән һаҡлай алырһығыҙ.

 Ни өсөн тап байрамдарҙан һуң гастрит, ашҡаҙан шеше, холецистит, панкреатит, колит сирҙәре киҫкен­ләшә? Быға үтә майлы, әсе, ыҫланған, маринадланған ризыҡтар ашау сәбәп­се. Ашағандан һуң ашҡаҙанда ауыр­лыҡ тойһағыҙ, ферментлы препараттар эсегеҙ, шул рәүешле аш һеңдереү системаһының эшмәкәрлеген көйләр­һегеҙ. Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәр­леген яйға һалыу өсөн минераллы һыу эсергә кәрәк. Пакеттарҙағы һуттар һәм шәрбәтле газлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

 

Читайте нас