Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Декабрь 2022, 16:13

Байрам кәйефе боҙолмаһын

1000.menu
Фото:1000.menu

Яңы йыл байрамы шатлыҡ, кәйеф күтәренкелеге бүләк итеү  менән бергә күңелһеҙ хәлдәргә, бәлә-ҡазаға тарытыуы ла ихтимал. Бәхетле көндәрегеҙҙе ҡара болоттар ҡапламаһын тиһәгеҙ, ҡайһы бер  хәүефкә юлыҡтырыусы хәлдәрҙе алдан иҫкәртергә онотмағыҙ.

Мәҫәлән, боҙлауыҡ ҡышҡы көндәрҙә һәр кем өсөн хәүефле. Байрамдарҙа беҙ уның сәлә­мәтлеккә ҙур зарар килтереүе мөмкинлеген йыш ҡына оно­табыҙ. Тайғаҡ юлдарҙан бейек үксәле итектәрҙә йүгерәбеҙ, боҙ туңған баҫҡыстарҙан ашыға-ашыға күтәреләбеҙ. Байрам­дарҙа кейеү өсөн аяҡ кейем­дәрен дөрөҫ һайлау мөһим. Боҙ тауҙарында, аттракциондарҙа һаҡ булыу бер кемгә лә ҡама­сауламай, тап ошонда имгәнеү осраҡтары йыш осрай. Ғөмүмән, байрам көндәрендә юл­дарҙа ғәмһеҙҙәрҙе хәүеф һағалап ҡына тороусан. Йәше­рен-батырын түгел, кемдеңдер “төшөрөп” алып, ҡыйыуланып руль артына ултырыуы ла, юл йөрөү ҡағиҙә­лә­рен тупаҫ боҙоуы ла ихтимал. Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймағыҙ, ябай ғына хәүеф­һеҙлек сараларын те­үәл үтәү байрам кәйефен, сәләмәт­легегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.

Яңы йыл төнөндә тышта оҙаҡ йөрөү йыш ҡына һалҡын тей­ҙереү, хатта тән тиреһен туңды­рыу менән тамамлана. Кеше үҙе­нең битен, танауын, аяҡ-ҡул бар­маҡтарын туңдырыуын тоймай, ти табиптар. Байрамда эселгән алкоголь һиҙеү-тойоуҙы һиҙе­лерлек кәме­тә, шуға күрә кеше өшөп-туңға­нын аңламай ҙа ҡала. Ә бит Яңы йыл көндәрендә ҡайһы берәү­ҙәрҙең көрткә ултырып “ял итеүе” арҡаһында аяҡ-ҡулдарын туң­дырыуы, дауаханаларға эләгеүе, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы ла билдәле. Ошо йәһәт­тән табиптарҙың ҡайһы бер кә­ңәштәренә ҡолаҡ һалыу ҡама­сау­ламаҫ. Тышта оҙаҡ йөрөргә тура килгәндә бер-берегеҙҙең битенә иғтибар итегеҙ, йөҙҙә аҡ таптар барлыҡҡа килеүе – туңыу билдәһе. Миҙ­гелгә ярашлы кейе­нергә ғәҙәт­ләнегеҙ. Әгәр ныҡ өшө­гәнегеҙҙе тойһағыҙ, яҡын­дағы ниндәй ҙә булһа бинаға инеп, йылынырға тырышығыҙ, мөм­кинлек булһа, ҡайнар сәй эсегеҙ.

 

Һәр нәмәлә сама кәрәк!

 

Яңы йыл байрамына хужаби­кәләр бик тәмле блюдолар әҙер­ләргә, яҡындарын мул табын менән һөйөндөрөргә тырыша. Йыш ҡына ҡайһы берәүҙәр үҙҙә­ренә ярамаған аҙыҡтарҙы ашап, киҫкен аллергия реакция­һына юлыға. Айырыуса байрамда балаларҙың туҡланыуын, татлы тәмлекәстәрҙе, экзотик аҙыҡ­тарҙы күпме ашауын контролләү ҡыйынлаша. Ғөмүмән, аллергия сире хас булған кешеләрҙең аллергия реакцияһын туҡтатыусы препараттарҙы үҙе менән алып йөрөүе мотлаҡ. Кескәйҙәргә ыуыл­дырыҡ, диңгеҙ аҙыҡтары, быға тиклем тәмләп ҡаралмаған яңы газлы эсемлектәр, экзотик емештәр бирергә ярамай, ти педиатрҙар.

Их, был байрамдар! Улар һәр ғаиләне бер нисә көнгә етерлек мул һый әҙерләргә, әллә күпме блюдо бешерергә, аҙаҡ был “йыллыҡ норманы” ашарға мәж­бүр итә. Байрам көндәрендә ағыуланыу хәүефе лә юҡ түгел, ҡалған аҙыҡты ашап бөтөрөргә тырышыу, алкоголле эсемлек­тәрҙе самаһыҙ ҡулланыу сәбәпсе булыуы мөмкин. Блюдоларҙы си­фатлы аҙыҡтарҙан ғына әҙер­ләгеҙ. Оҙайлы яңы йыл каникулдарында организмды күп һәм йыш туҡланыу, мул һыйлы табындар арҡаһында талсыҡ­ты­рабыҙ, режимды күҙәтмәйбеҙ. Ни өсөн оҙаҡҡа һуҙылған ял күп осраҡта зарар килтерә? Тик­шеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кеше корпоративтар башланғандан алып ғинуарҙың урталарына тиклем ауырлығын уртаса ике-өс килограмға арттыра. 26 кеше араһында үткәрелгән бер тик­шеренеү һөҙөмтәһе ошо ваҡыт эсендә уртаса ауыр­лыҡтың дүрт килограмға артыуын асыҡлаған. Ни өсөн тигәндә, ғәҙәттә байрам табынында тоҙло-боросло, әсе, майлы йә иһә татлы аҙыҡтар күп  була. Өҫтәүенә калориялы алкоголде лә ҡушығыҙ... Яңы йыл байрамы күптәр өсөн һынау ул.

Декабрь – тынғыһыҙ, мәшә­ҡәтле ай. Йыл аҙағында эштә лә көсөргәнеш ҙур, магазиндар буйлап сабыу, бүләктәр хәстәр­ләү, байрам мәшәҡәттәре үҙең­де, сәләмәтлегеңде хәстәрләргә ирек бирмәй. Йоҡо йүнләп туймай, хәүефләнеү, ашығыу һәм стресс һаулыҡҡа кире йоғонто яһай. Билдәле булыуынса, стресс йыш ҡына  ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм яман шеш сирҙәренә сәбәпсе. Бер ҡараһаң, стресс менән һимереү араһында бәй­ләнеш юҡ кеүек. Тик, белгестәр әйтеүенсә, бындай бәйләнеш бар, тикшеренеүҙәр стресс шарттарында берәүҙәрҙең һиме­реүен, икенселәрҙең, киреһенсә, ябығыуын раҫлаған. Ығы-зығылы тормош иммун системаһына ла кире йоғонто яһай. Рационға  туҡланыу матдәләренә бай аҙыҡ-түлек индереү, яҡшы йоҡо, күңел тыныслығы, саф һауала йөрөү  сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға, стрестарға идара итергә ярҙам итер.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: