Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Декабрь 2022, 16:14

Белеп файҙаланығыҙ

“Аргументы и факты”.
Фото:“Аргументы и факты”.

Аш-һыу әҙерләгәндә хужабикәләр уны йыш ҡуллана. Айырыуса салаттарҙы майонезһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән кешеләр бар. Кемдер уны сәләмәтлек өсөн зарарлы тип иҫәпләй. Диетологтар был аҙыҡты аҙ миҡдарҙа “шартлыса хәүефһеҙ” тип раҫлай. Унда үҫемлек майы миҡдары 70 процентҡа яҡын. Майонездың юғары калориялы аҙыҡ булыуы яҡшы билдәле. Уны самаһыҙ ҡулланыуҙың һимереүгә килтереүен диетологтар инҡар итмәй.

Майонез рецебы йомортҡа һарыһынан, уксус, үҫемлек майы, тоҙ һәм шәкәрҙән тора. Ҡай­һы саҡта лимон һәм гәрсис өҫтәйҙәр. Сә­нәғәттә етештереүҙә өҫтәмә компоненттар ҡушылыуы мөмкин: һыу, киптерелгән һөт, аро­матизаторҙар, стабилизаторҙар, эмуль­га­торҙар, ҡайһы саҡта хатта консерванттар ҙа.

Үҫемлек майҙарының туйындырылмаған кислоталарға бай булыуы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн файҙалы. Унда организмды нығытыу һәм матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүсе Е һәм F витаминдары күп тупланған. Диетологтарҙың әйтеүенсә, блюдоларға үҙенсәлекле тәм өҫтәүсе майонездың төп етешһеҙлеге – уның юғары калориялы булыуында. 100 грамдағы энергетик ҡиммәте 800 калорияға етеүе ихтимал, ә организм өсөн бик мөһим булған аҡһым унда юҡ тиерлек. Майонезды ҡаймаҡ йәки йогурт менән дә алыштырырға була, тип иҫәпләй ҡайһы бер уңған хужабикәләр.

Динә АРЫҪЛАНОВ

Читайте нас: