– Әгәр кеше алкоголгә бәйлелектән яфалана икән, тимәк, уға Яңы йыл байрамында спиртлы эсемлекте ауыҙға ла алмаҫҡа кәрәк. Бер грамм да! – ти ҡәтғилек менән наркологтар. – Беҙ наркология реанимацияһында интернатура үткәндә ауырыуҙар менән тулған палаталарҙы, коридорҙарҙы күреп, аптырашта ҡалғаныбыҙ булды.
Хатта үҙҙәрен иҫән-һау, шап-шаҡтай тип иҫәпләгән ир-ат өсөн дә ҡағиҙәләр бар. Төрлө эсемлектәрҙе ҡушып эсергә һис ярамай, тип киҫәтә табиптар. Әгәр ҙә ҡушырға тура килһә, “градуслылыҡ” принцибын күҙәтегеҙ, аҙ градуслы эсемлектән юғарырағына күсергә мөмкин, тик киреһенсә түгел! Тост әйтелгәнгә тиклем аҙ ғына булһа ла ҡапҡылап алыуығыҙ шарт. Майлы аҙыҡты самалап ашағыҙ, ул ашҡаҙан-эсәк юлына, ашҡаҙан аҫты биҙенә ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Йәшелсә һәм еләк-емеш алкоголде утилләштерергә ярҙам итә. Өҫтәүенә еләк-емештә аҙыҡ епсәләренән тыш, ағыулы матдәләрҙән арындырыусы тиҙ углеводтар бар.
Йомшаҡ ҡуян – үләндәр менән туҡланыусы йәнлек. Уның кәйефе лә тиҙ генә үҙгәреп тороусан, йыл хужаһын асыуландырырға теләмәһәгеҙ, өҫтәлегеҙ йәшелсә блюдоларынан, салаттарҙан, емештәрҙән һығылһын.
Динә АРЫҪЛАНОВА