Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2022, 18:00

Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ

"Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының яңы цехы эшенә старт бирелде.

Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ

Бөгөн, 24 декабрҙә, Республикаға идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының яңы цехы эшенә старт бирҙе.

1,6 миллиард һумлыҡ инновациялы етештереү комплексы "VIII ҡан ойошоу факторы" тигән препарат сығарасаҡ. Линияның ҡеүәте - йылына 500 мең ҡап.

- Бөгөн "Фармстандарт" Өфөләге комплексын киңәйтеүгә тағы бер аҙым яһай. Мәғлүм булыуынса, ҡатмарлы пандемия осоронда был учреждение "Спутник" вакцинаһын һәм ковидҡа ҡаршы дарыуҙар сығарыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһе булды. Дөйөм алғанда, предприятие тармаҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын бында дөйөм ҡап һаны 200 миллиондан ашып киткән 230-ҙан күберәк препарат етештерелә. Уларҙың яртыһы тиерлек йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегендә. Хәҙер уларға ауыр орфан сирҙәрҙең береһен - гемофилияны дауалау өсөн "VIII ҡан ойошоу факторы" тигән препарат өҫтәлә. Донор плазмаһы нигеҙендәге бындай дарыуҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ярҙам итә һәм иммунитетты күтәрә, шуға күрә Рәсәйҙә ҡан препараттарын сығарыу, уларға мохтаж граждандарҙы тәьмин итеү - фармацевтика өлкәһендәге мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе, - тине Денис Мантуров.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры билдәләүенсә, бындай күп сериялы производство илебеҙҙә тәүгегә асыла. Элек Рәсәй баҙарында яңы препараттың импорт аналогтары ғына һатыла ине.

- Яйға һалынған эш һөҙөмтәһендә "Фармстандарт-ӨфөВИТА" киләһе йылдан уҡ илдең һаулыҡ һаҡлау системаһындағы ошо позиция буйынса ихтыяжын тулыһынса ҡаплай аласаҡ, - тип билдәләне Денис Мантуров. - Компания етәкселеген һәм хеҙмәткәрҙәрен был мөһим инвестиция проектын тамамлауҙары менән ҡотлайым. Компанияның артабанғы үҫеш пландары ҙур. Улар барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына, компания коллективына мөһим етештереү йүнәлешен үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, барыһын да яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдары менән ҡотланы.

- Республикала яңы производстволар асылыуға беҙ һәр саҡ шатбыҙ. Бөгөн "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында үҫешә. Хөрмәтле Денис Валентинович, ошо ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. - Шулай уҡ бер урында тормаған, биш инвестиция проектын тормошҡа ашырған компания коллективына рәхмәт. Ә яңы линия асылыу - һәммәһе өсөн дә Яңы йылға яҡшы бүләк.

"Фармстандарт" компанияһының генераль директоры Григорий Потапов Өфөлә тормошҡа ашырылған проекттың әһәмиәтен юғары баһаланы.

- Беҙ яңы, заманса ғәмәлдәргә даими инвестициялар юллайбыҙ, заманса етештереү технологияларын индерәбеҙ. Был һаулыҡ һаҡлауҙың дарыуҙарға ихтыяжын тәьмин итергә мөмкинлек бирә. "Фармстандарт-ӨфөВИТА" майҙансығында импортҡа алмаш программаһын ғәмәлгә ашырабыҙ. Бында етештереләсәк инновациялы препарат ун меңдән ашыу Рәсәй пациентының йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне Григорий Потапов.

Республикаға идара итеү командаһы буйынса "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеһының генераль директоры Наил Низаметдинов производствоға старт бирҙе. Унда 80 белгес эшләйәсәк. Киләсәктә компания яңы препараттың экспортын да үҫтерергә ниәтләй.

Фото: glavarb.ru.

Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарасаҡ
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: