Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Декабрь 2022, 09:00

Медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

График - яҙмала.

Медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?

2022 йылдың 31 ғинуарынан 2023 йылдың 1-нән алып 8 февралгә амбулатория-поликлиника бүлексәләре түбәндәге график буйынса эшләйәсәк.

31 декабрҙә – шәмбе графигы буйынса – 08.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, 16.00 сәғәткә ҡәҙәр саҡырыуҙар ҡабул ителә;

1 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа – йәкшәмбе графигы буйынса – 16.00 сәғәткә тиклем өйгә саҡырыуҙар хеҙмәтләндерелә;

2, 3, 4, 5, 6 һәм 7 ғинуарҙа – байрам көнө графигы буйынса - 08.00-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, 16.00 саҡырыуҙар ҡабул ителә.  

31 декабрҙә һәм 2 ғинуарҙан 7 ғинуарға тиклем COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһынан иммунизация, шул иҫәптән 08.00-ҙән 17.00  сәғәткә тиклем стационарҙан сығарылған пациенттарға ла эшләнә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, мобиль, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында медицина ойошмаһы баш табибы тарафынан раҫланған графикка ярашлы граждандарҙы иммунизациялау эше ойошторола.

31 декабрҙә һәм 2-нән 7 декабргә тиклем дарыу препараттарын, махсуслашҡан дауалау туҡланыуы аҙыҡ-түлектәрен, исемлектәрҙәге медицина изделиеларын, һыҙланыуҙы бөтөргән препараттарҙы биреү “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыухана ойошмалары графигына ярашлы алып барыла.

2-нән 6 ғинуарға тиклем иҫкәртеү медицина ҡарауҙарын үткәреү, өлкән йәштәгеләрҙең айырым төркөмдәрен диспансерлаштырыу, шул иҫәптән тәрән диспансерлаштырыу ҡаралған.

4-нән 7 ғинуарға тиклем Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнештәр үҙәге – 122 һаны (өҫтәмә 2) 8.00-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем, 8 ғинуарҙа 8.00-ҙән 14.00 сәғәткә тиклем эшләй.  

2022 йылдың 31 декабрендә һәм 2023 йылдың 1 – 8 ғинуарында үҙәк район дарыуханалары һәм уларҙың Башҡортостандағы ведомство структура бүлексәләре ял көнө режимы буйынса эшләй. 2022 йылдың 31 декабре – бер сәғәткә ҡыҫҡартылған эш көнө.

31 декабрҙә Өфө ҡалаһындағы дарыуханалар һәм дарыухана пункттары бер сәғәткә ҡыҫҡартылған ял көнө (шәмбе) режимы буйынса эшләй.

2023 йылдың 1 – 8 ғинуарында түбәндәге режим буйынса эшләй:

- Өфө ҡалаһындағы 1-се дарыухана, Зәки Вәлиди урамы, 58-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 4-се дарыухана, Булгаков ауылы, Бал урамы, 43-сө йорт, 4-се бина (10.30-ҙан 19.00 сәғәткә тиклем);

- 6-сы дарыухана, Өф! ҡалаһы, Цюрупа урамы, 93-сө йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 59-сы дарыухана, Ферин урамы, 3-сө йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 67-се дарыухана, Рәсәй урамы, 15-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 104-се дарыухана, Беренсе Май урамы, 39-сы йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 143-сө дарыухана, Ҡулса урамы, 180-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 161-се дарыухана, Әхмәтов урамы, 273-сө йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 176-сы дарыухана, Гвардия урамы, 40/1 йорт (Шаҡша биҫтәһе) (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 207-се дарыухана, Октябрь проспекты, 132-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 269-сы дарыухана, М. Рыльский урамы, 14-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 292-се дарыухана, Черниковка урамы,42-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 293-сө дарыухана, Борисоглебский урамы, 1-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 308-се дарыухана, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 8-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 314-се дарыухана, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 43-сө йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 334-се дарыухана, Октябрь проспекты, 178-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 358-се дарыухана, Батыр урамы, 8-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 380-се дарыухана, Баязит Бикбай урамы, 32-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем);

- 397-се дарыухана, Дағстан урамы, 14-се йорт (10.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем).

Фото: mfvt.ru

Медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: