

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы.
“2022 йылда һигеҙ капиталь һәм 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйҙыҡ. Башта 44 модулле конструкция һатып алырға уйлағайныҡ, тик аукционда аҡсаны экономиялағандан һуң тағы 11-ҙе һатып алыу, ҡуйыу мөмкинлеге килеп сыҡты. Уларҙың бер өлөшөнә лицензия юлланыҡ һәм эш башланды, ҡалғандарының документтары рәсмиләштерелә. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылындағы медицина ойошмаһы яҡын арала пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын поликлиникалар төҙөгән төбәк программаһы буйынса эшләйбеҙ. Был – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау”ы. Уны тормошҡа ашырыуға аҡса федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.
Башҡортостандағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса, уңайлы, уларҙа пациентҡа беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Ҡатмарлыраҡ хәлдәр өсөн алдынғы медицина ойошмалары менән арауыҡта кәңәш биреү мөмкинлектәре булдырылған. Мәҫәлән, ошондай эш Республика кардиология үҙәге менән яйға һалынған. Уның табиптары урындағы фельдшерҙарҙан алынған ЭКГ һөҙөмтәләре нигеҙендә һығымталар бирергә әҙер.
Тағы яңы ФАПтар – уларҙа эшләгән фельдшерҙарға ҙур рәхмәт. Күптәре бер урында унлаған йыл хеҙмәт итә һәм быны яҡшы шарттарҙа атҡарыуға лайыҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!
Туҡтамайбыҙ – һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел өлөшөн яңыртыуға ихтыяж ҙур. Әкренләп был мәсьәләне, ҡатмарлыҡтар булһа ла, хәл итербеҙ. Беҙҙә йәшәүселәрҙең һаулығы өҫтөнөрәк.
Сирләмәгеҙ!” - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фотолар: https://vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457267383%2Fwall413272232_945366