Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһы дауаханаһында булды, унда Башҡортостандың урындағы халыҡҡа ярҙам күрһәткән медицина белгестәре менән осрашты.
Донбасста һигеҙ бригада составында бөтәһе 207 медицина хеҙмәткәре, шул иҫәптән 80 балалар табибы булды. Улар яҡынса 18 мең кешене тикшерҙе, кәрәкле дауалау үткәрҙе. Республика Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы.
– Барлыҡ Башҡортостан исеменән һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым! Тыныслыҡ, изгелек, һаулыҡ теләйем. Һәм, әлбиттә, иң мөһиме – табиптарға ҙур рәхмәт әйтәм. Был – ғәйәт ҙур хеҙмәт. Һеҙгә ҙур рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.
Донбасста йәшәүселәргә сифатлы медицина ярҙамының кәрәклеген күрәм, тип билдәләне төбәк етәксеһе. ЛХР биләмәһендә Башҡортостандан һигеҙенсе бригада эшләй.
– Һеҙ бында өсәр-дүртәр ай түгел, яртышар йыл буйына эшләйһегеҙ. Был айырыуса Донбасс, Луганск өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа бик мөһим. Беҙ был төбәктәргә ярҙам күрһәттек. Был ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең дуҫлыҡ артабан да дауам итәсәк.
Радий Хәбиров табиптарға намыҫлы хеҙмәттәре һәм Донбасста йәшәүселәргә ярҙам иткәндәре өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.