Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Яңы йыл каникулдарында поликлиникаларҙың нисек эшләүе тураһында һөйләнеләр.
31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем участка терапевтары һәм педиатрҙар пациенттарҙы ҡабул итә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалы “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина был көндәрҙә өйгә табипты саҡырырға мөмкинме, тар белгестәр эшләйәсәкме, теш ҡапыл һыҙлаһа йәки йәрәхәтләнгән осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында һөйләне.
Мөһим һәм кәрәк мәғлүмәт - тура эфир яҙмаһында.
Ҡарағыҙ! Һәм һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.