Сәләмәт булайыҡ
2 Ғинуар 2023, 10:00

Ишембай, Ауырғазы һәм Стәрлебаш халҡы иғтибарына

Табип-оториноларинголог, табип-ревматолог, табип-пульмонолог, табип-невролог һәм табип-эндокринологтан торған бригадалар район халҡына консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

Ишембай, Ауырғазы һәм Стәрлебаш халҡы иғтибарынаИшембай, Ауырғазы һәм Стәрлебаш халҡы иғтибарына
Ишембай, Ауырғазы һәм Стәрлебаш халҡы иғтибарына

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 2 ғинуарынан 6-һына тиклем Республика клиник дауаханаһының күсмә дауалау-диагностика комплексы Ауырғазы, Стәрлебаш һәм Ишембай райондарында эшләй. Табип-оториноларинголог, табип-ревматолог, табип-пульмонолог, табип-невролог һәм табип-эндокринологтан торған бригадалар район халҡына консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

Күсмә дауалау-диагностика комплексы Башҡортостандың төпкөл райондарында йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Уның ярҙамында белгестәр инструменталь һәм функциональ диагностика, шулай уҡ лаборатор экспресс тикшереүҙәр үткәрә ала. Мәҫәлән, бер сәйәхәт ваҡытында ЭКГ, УЗИ үтеү, ҡандың дөйөм анализын тапшырыу, күреү һәләтен һәм ишетеү һәләтен тикшереү мөмкинлегенә эйә.  Бөтә кабинеттарҙа ла УФ-нурланыштар менән һауаны зарарһыҙландырыу өсөн рециркуляторҙар ҡуйылған.

– Күсмә комплекс тулыһынса автономиялы, уның генератор ҡеүәте бөтә медицина ҡорамалдарының эшен оҙаҡ йылдар дауамында тотоу өсөн етә, – тине Республика клиник дауаханаһының баш табибы Мурад Авзалов.

Күсмә комплекстың эш графигы:

- 02.01.23 һәм 03.01.23 Ауырғазы районы;

- 04. 01. 23 Стәрлебаш районы;

- 05.01.23 һәм 06.01.23 Ишембай районы.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас