БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге яңы 2023 йылда 2 ғинуарҙа үҙ эшен башланы. Бөгөн 30 оператор ғариза биреүселәрҙән килгән шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә. 3,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, 1464 кеше ҡабул итеүгә яҙылған, 1346 саҡырыу рәсмиләштерелгән.
Яңы йыл байрамы көндәрендә 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем Бәйләнеш үҙәге иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем, 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән 2-гә тиклем эшләй.
Хәле насар булған осраҡта ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәкмәй, дежур табипҡа мөрәжәғәт итергә йәки табипты өйгә саҡыртырға кәрәк.
Фото: bv02.info