Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Ғинуар 2023, 17:30

Үлем осраҡтарын 35 процентҡа кәметә

Ғалимдар оҙон ғүмер бүләк иткән ризыҡты атаны.

Үлем осраҡтарын 35 процентҡа кәметә
Үлем осраҡтарын 35 процентҡа кәметә

Ғалимдар асыҡлауынса, даими рәүештә бәшмәк ашау ғүмер оҙонлоғон арттыра. Быны дәлилләр өсөн улар 20 йыл дауамында 15 мең кешене күҙәткән. Көн һайын ни бары бер порция итте бәшмәккә алмаштырыу үлем осраҡтарын 35 процентҡа кәметә, тип яҙа Express баҫмаһы.

Эксперттар билдәләүенсә, һүҙ бөтә бәшмәктәр тураһында ла түгел, ә “функциональ” бәшмәктәр тураһында. Улар витаминдарға бай, иммунитетты нығыта һәм энергияны арттыра. Шулай уҡ был бәшмәктәр хәтерҙе юғалтыуҙан, мейе кибеүенән, нейрон күҙәнәктәре һәләк булыуынан һәм ҡан ағымы түбәнәйеүенән һаҡлай. Бындай бәшмәктәргә кордицепс, чага һәм львиная грива инә, уларҙың составында L-эрготионеин аминокислоталары бар. Шампиньондар йәки йыла бәшмәге кеүек ябай бәшмәктәрҙә лә был матдәләр бар, әммә ҙур концентрацияла түгел шул. 

Чаганан башҡа был бәшмәктәр беҙҙең яҡта үҫмәй. Ләкин уларҙы һатып алырға була. Шулай уҡ ғалимдар уларҙан төрлө БАД-тар һәм витаминдар эшләргә лә өйрәнгән икән. 

Фото: marina-vl-petrova.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: