Сәләмәт булайыҡ
5 Ғинуар 2023, 11:00

Һәр сабый сәләмәт булһын!

Яңы тыуған сабыйҙы нәҫел сирҙәренә тикшереү әсәйҙең (баланың законлы вәкиленең)  ризалығы булғанда үткәреләсәк.

Һәр сабый сәләмәт булһын!Һәр сабый сәләмәт булһын!
Һәр сабый сәләмәт булһын!

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә киңәйтелгән неонаталь скринингты тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Киләһе йылдың ғинуарынан ошондай федераль программа ғәмәлгә ашырыла башлай. Был – сабыйҙарҙа нәҫел һәм тыумыштан ауырыуҙар барлығын тикшереүҙәрҙе үткәреү. Бындай иртә тикшереүҙәр ауыр сирҙәрҙе башланғыс стадияларҙа асыҡларға һм балаларға тиҙерәк мотлаҡ ярҙамды күрһәтергә булышлыҡ итәсәк.

- Программаны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй төбәктәрендә 11 медицина ойошмаһынан торған исемлек билдәләнгән. Беҙҙең Республика медицина-генетика үҙәге Вола буйы федераль округы медицина ойошмалары өсөн тикшереүҙәр үткәрәсәк, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостанда тикшереүҙәр өсөн биоматериалдар өлгөләре республиканың балалар табыу йорттарынан ғына түгел, Волга буйы федераль округындағы – Ырымбур, Ульяновск, Һамар, Һарытау өлкәләрендәге, Пермь крайындағы һәм Мари Эл Республикаһындағы 151 бала табыу йортонан да килтереләсәк.

Яңы тыуған сабыйҙы нәҫел сирҙәренә тикшереү әсәйҙең (баланың законлы вәкиленең) үҙенең ирекле ризалығы булғанда үткәреләсәк.

Премьер-министр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына генетика патологияһы асыҡланасаҡ балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү механизмын уйларға ҡушты.

- Мотлаҡ дарыу препараттары резервын булдырырға кәрәк. Шулай уҡ барлыҡ балаларға ла мотлаҡ тест үткәреү һәм тикшереүҙәрҙән баш тартыуҙы булдырмау өсөн был федераль программаның маҡсаттары тураһында халыҡҡа мәғлүмәттәр еткереүҙе мотлаҡ ойоштороғоҙ, - тип ҡушты Андрей Назаров.

Фото: detiroom.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас